-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
9 Март 2021, 22:00

Ғазраил ул,

рәссам түгел!

АҠСАРЛАҠ САҢҠЫУЫ
Автобустың яртыһы тиерлек – балыҡсылар. Ғ. ағай кеше менән таныша һалырға әүәҫ ине. Бер һаҡалтай менән һөйләшеп китте мәрхүмең. Тегеһе рәссам икән, уртаҡ таныштары ла табылды.
Йомшаҡ көҙ. Ҡултыҡ ситендә аҡсарлаҡтар кәйелеп-кәйелеп оса – ятыуҙа селбәрә уйнай, тимәк, суртан да бар. Спиннинг менән киҙәнеп-киҙәнеп һелтәйбеҙ – ҡаба суҡынмыштар.
Бер аҡсарлаҡтың йәлләткес саңҡыуы һиҫкәндерҙе: яҙатайым ҡабырғаһына өс йәпле ҡармаҡ ҡаҙалған икән. Бер аҫҡа, бер өҫкә осоп ҡарай – ҡайҙа ул ысҡыныу! Ҡоланы һыуға меҫкен.
Берәүҙәр көлә, берәүҙәр баш сайҡай. Була икән дә шундай хәл.
Ярға ≪табышын≫ һөйрәтеп сығарғас, иртән беҙ танышҡан рәссам-балыҡсы, муйынын аймап, аҡсарлаҡты әхәзләй-әхәзләй ҡармағын һурып сығарҙы, шунан ҡанһыраған ҡошто шапылдатҡансы ҡамышлыҡҡа быраҡтырҙы. Ҡанаттарын дерелдәтеп, томшоҡтарын һәлендереп саҡ-саҡ йөҙөп китте нахаҡҡа йәберләнгән мәхлүк. Ярай ҙа, мандып китә алһа...
Берәм-һәрәм ҡайтырға йыйындыҡ. Бына автобус килде, ишектәрен шар асты. Күҙәтәм: рәссам алғыһына ыңғайланы.
– Әйҙә, артҡа ултырайыҡ, – тинем Ғ. ағайға. – Ғазраил ул, рәссам түгел!
Сабир ШӘРИПОВ.
Читайте нас: