-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
7 Март 2021, 12:59

Сәскәләрҙең дә үҙ теле бар икән!

Һәр ҡатын-ҡыҙ – олоһо ла, кесеһе лә – матурлыҡҡа һәм, әлбит тә, сәскәләргә ғашиҡ. Ә һеҙ беләһегеҙме, һөйгән йәрҙең бүләк иткән гөлләмәһенә ҡарап, уның һеҙгә ҡарата ниндәй хис-тойғолар кисергәнен дә асыҡларға мөмкин икән! Баҡтиһәң, ир-егеттәр, үҙҙәре лә һиҙмәҫтән, күңелендә нимә булғанын шул сәскәләр аша сағылдыра.Ҡыҙыл ләлә: Ҡыҙыл ләләләрҙән гөлләмә килтереүсе көслө зат һеҙгә ҡайнар хистәрен асып һала тигәнде аңлата.Һары ләлә: Күңеле яуапһыҙ һөйөүгә һәм һағышҡа сорналғандар тап ошо төҫтәге сәскәне һайлай.Шәмәхә төҫөндәге ләлә:(Артабан - сайтта))

Был төҫтәге сәскәләр ир-егеттең һеҙгә ҡарата булған ҡәҙер-хөрмәтен, ихтирамын һәм иғтибарын белдерә.
Аҡ ләлә: Ҡыйыуһыҙ һәм оялсан ир-егет бүләккә аҡ ләләне ала.
Сыбар ләлә: Бындай ҡабатланмаҫ һәм үҙенсәлекле сәскәне ҡатын-ҡыҙҙың гүзәллегенә һоҡланыусы, әүҙем һәм оптимист ир-егеттәр һайлай.
Читайте нас: