+2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
6 Март 2021, 23:00

АТАҺЫ КИТКӘН ЯҠҠА...

Ошо юҫыҡта йәнә бер ваҡиға онотолмай. Ауыл яғынан ете йәшлек ҡыҙын эйәртеп, ҡустым килгәйне. Иртәгәһенә өйҙәгеләрҙән кемдер, ҡунаҡ ҡыҙыҡайҙы ла эйәртеп, атаһын туҡталышҡа тиклем оҙатып ҡуя.Кискә табан бала үҙ алдына урамға уйнарға сыҡҡан ерҙән… атаһын ҡаршылау маҡсатында әлеге туҡталышҡа йүнәлә. Эй сабый, атайы ошонан ултырып киткәйне, автобустан ошо ерҙә төшөргә тейеш, йәнәһе. Кирегә юлды онота – ҡәһәр һуҡмағыр, бөтә өйҙәр бер иш тәһә Өфө тигәндәрендә.Кис... Ғәйеп ҡыҙыҡай! (Дауамы сайтта)

Күмәкләп ах та ух эҙләйбеҙ, милицияға ла хәбәр иттек. Төн уртаһында шылтыраны телефон.
...Ҡоралай бәрәсендәй туҡталышта алаҡандап йөрөгән ҡыҙыҡайға күптәр иғтибар итә. Кем? Ҡайҙан? Кемдәргә килдең? Яуап юҡ.
– Әйҙә, беҙгә барып йоҡла, тиҙәр миһырбанлы әҙәмдәр.
Көскә берәүҙәр баланы урам аша ятаҡтағы йәмәғәтселек тәртибе бүлмәһенә әйҙәй. Ятаҡтағы бер эшсе ҡыҙ ғына уртаҡ тел таба бала менән. Баҡһаң, бала тик башҡортса ғына һөйләшә икән: үҙе, яҡындары, хатта беҙҙең хаҡта һөйләп бирә тегеләргә. Йоҡлатҡас, шуны хәбәр итәләр милицияға, милиция – беҙгә. Таңғы биштә барып алдыҡ баланы – йән түҙәме ни ундай саҡта.
Иртәгәһенә төнгө мажараларҙы урыҡGһурыҡ һөйләгәс, бала һығымта яһап ҡуйҙы: «Өфөлә һис башҡортса белмәйҙәр икән!»
«Ә хәҙер нисек? Һөйләшәләрме?» – тип һорарға ниәтләйем әле инде буй еткергән ҡыҙыбыҙҙан.
Сабир ШӘРИПОВ.
Читайте нас: