+20 °С
Дождь
Дөйөм мәҡәләләр
1 Марта 2021, 18:26

Беренсе мартта ел иҫеп торһа, бөтөн йәй елле булыр

Көн ҡояшлы, елһеҙ булһа, яҙ, йәй яҡшы булыр, иген уңыр.Март айына бәйле һынамыштар:

Март башында тамсы тамһа, йәй яҡшы килә.
Март сыҡмай – дәрт сыҡмай.
Мартта йылы булһа, йыл һалҡын була.
Мартта көн менән төн тиңләшә.
Марттың шартын апрель сығарыр.
Яҙ иртә килһә, ашлыҡ уңыр.
Март береһендә аяҙлыҡ – йәй көнө ҡыярға туҡлыҡ.
Март башында сәпсек эсерлек һыу булһа, йәй яҡшы килер.
Мартта ҡар өҫтөндәге һалам ҡарға эреп инһә, бер айҙан ҡар китер.
Читайте нас