-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
21 Февраль 2021, 18:00

ИЛАҺИ МӨҒЖИЗӘ... (БУЛҒАН ХӘЛ)

Һеҙҙең ҡышын муйыл йыйғанығыҙ бармы?! Әкиәт тиһегеҙме?! Фантазия?! Төш күрҙемме?! Үҙ аҡылымдамын!!! Ышанмайһығыҙ??? Кеше муйылды йәй көнө йыямы?! Алайһа - тыңлағыҙ:

Яппар ҡарт ҡышын, ҡар бер аҙ ултырып, урманда ниндәйҙер бер һиллек урынлашҡас, тирә - яҡ урманды ҡарап, байҡап сығырға ярата. Ҡайҙа ниндәйерәк ҡыр хайуандары, йәнлектәре йөрөй, ҡайһылайыраҡ ағастар ҡайҙараҡ үҫә. "Урманым - икенсе юрғаным", тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр шул. Бигерәк тә бай бит ул уның тирә - яғындағы урмандар. Ул муйыл, ҡарағат тиһеңме, ул әлморон, балан тиһеңме, ә ҡомалағы - икмәк еҫе килеп тора ... Бына бөгөн дә кисен күмәкләп аш ашап ултырғанда әйтеп ҡуйҙы:" Арғы Ҡажаттың аръяғында, урманға кергән ерендә генә муйылдар ултыра, барып йыйырға кәрәк ине". Өҫтәл артында ултырғандар аптырашып бер - беренә ҡаранылар. Бәләкәй ҡыҙҙары "пырх" итеп көлөп ебәрҙеләр. Атайҙары шаяртамы, әллә аймылыша башлағанмы? Ҡышын - муйыл йыйырға?! Ләкин атай әйткән - "закон". Сираттағы ялына ҡайтҡан Нәркәс менән Наҙгөлгә төштө инде был йәрәбә. Бына ҡыҙҙар иртән, көн бер аҙ һындырғас, ҡалын ғына кейенеп, арттарына рюкзак аҫып, ҡулдарына биҙрә, балта, иҫке генә бер балаҫ алып, ышаныр - ышанмаҫ ҡына аталары әйткән ергә киттеләр. Быйыл ҡыш ноябрь башында уҡ үҙ көсөнә ингәйне инде. Көн һалҡын, ҡояш һаран ғына йылмая, ел юҡ, шулай булғас көндөң әллә ни һыуыҡлығы ла һиҙелмәй. Йырлаша - көлөшә барғас, тиҙ генә барып еткәндәй булды. Бына Арғы Ҡажаттың баҫмаһынан сығып, һул яҡҡа әҙ генә атлағандар ине.... - Мөғжизә!!! Йә, Хоҙай!!! Иҫ киткес!!! Муйыл!!! Әйтерһең, мөҡәддәс бер көс төп- төҙ һомғол муйыл ағастарын килтереп ултыртҡан да, ботаҡтарын да йәшереп ҡап - ҡара, инде кибеп бөткән муйылдарын " мәгеҙ, ҡулланығыҙ минең байлыҡтан", тип теҙеп ҡуйған. Ҡыҙҙар, тын алырға ла ҡурҡып, был тәбиғәттең илаһи бүләгенә хайран ҡалып ҡарап торҙолар. - Эх, фотоаппараттары булһа... Кеше ышанмаҫтай хәбәрҙе ысын булһа ла һөйләмә, тигәндәр. Ауыл халҡы ла хатта ышанмаҫ шул... Нәркәсе, олораҡ булғас, тиҙерәк иҫенә килеп, эште йәһәтләтте. Ағас төбөнә балаҫ йәйҙеләр һәм балтаның төйҙәһе менән бер - ике һуҡҡайны апаһы, муйылдар шыптырҙап ҡойолдо ла бөттө. Хатта элмәктәре лә ағаста тороп ҡала! Икәүләп балаҫты һөйрәп сығарып алып муйылды биҙрәгә түңкәрҙеләр. Ҡайһы бер ағастарҙан хатта биҙрәнән артыҡ муйыл төшә ине. Шулайтып " һә" тигәнсе Нәркәстең рюкзағына 4 биҙрә, Наҙгөлдөкөнә - 3 биҙрә һалып, балаҫ - балталарын йәшереп, ҡайтып киттеләр. Ауыл халҡы был ике ҡыҙҙың аҙна дауамында көн дә ҡайҙалыр барғандарын шым ғына күҙәтте. Бәлки, балан тирәләрҙер, бәлки аталары тотҡан балыҡтарҙы алып ҡайталарҙыр... Сер булып ҡалды.
Гөлназ НАФИҠОВА-ҒӘБИТОВА
Читайте нас: