-25 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
21 Февраль 2021, 11:00

Быҙау. Хикәйә.

— Һөйөнсө! Һыйырың быҙаулаған! – тигән хәбәр менән килеп инә ҡышҡы иртәлә кәртәгә сығып әйләнгән атай.— Нисек? Һәйбәтме? – усаҡ тирәһендә мәшәҡәтләнгән әсәй мейес көлдөксәһенән быймаларын алып, уларға калуш кейҙерә башлай.— Һәйбәт. Имеп тора. Кәүҙәле генә үгеҙ быҙау, - атайым ишек төбөнән үтмәй, әсәйемдең кейенеп, биҙрәгә йылы һыу ҡойоп алғанын көтөп тора ла, эйәртеп алып сығып китә.Улар ҡыуанғас мин дә ҡыуанып ятам йылы юрған аҫтында. Шул быҙау тыуһа әллә ниңә ҡыуаналар бит?

Һөйөнсө һорайҙар әле! Шулай кәрәктер инде, күрәһең.
Ҡыштың бер арауығында ишек төбөндәге кәртәләнгән уйымда был ҙур күҙле, оҙон керфекле матур быҙауҙар икәү, ҡайһы йылда өсәү ҙә булып китәләр. Иртәле-кисле ызылдашып, бесәндәренә сөптөрләп, һәр бер нәмәнән өркөп, дыһырлашып, алаҡандашып торалар.
Яҙға ҡарай улар кәртәгә сыға, көтөү йөрөй башлауға арыуыҡ ҡалҡынып, һырт сойорғотоп уйнаҡларлыҡ, юҡ-барҙан ҡурҡмаҫлыҡ булып эшкинәләр. Әсәләре китеп, бер аҙ ҡояш күтәрелгәс безәүкәйҙәрҙе лә яланға ҡыуабыҙ. Улар башта урмаға сыҡмай ҡыртлаша, асыҡ ҡапҡаға инде еткәс кенә ҡапыл ситкә һикереп сабышып сыға ла китәләр. Шыйтылдаҡ сыбыҡ тотоп алынһа ла, анау ғына бәләкәй нәмәләргә һуҡҡы килмәй, йүгерәһең арттарынан. Шул әкәмәт тағы бер-нисә ҡабатланғас, ниһайәт, күмәкләшеп ҡамалап тегеләрҙе тышҡа ҡыҫырыҡлап сығарабыҙ. Ят ерҙә йыуашая былар ҙа, ҡайҙа әйҙәһәң шунда һәлмәк кенә юрталар. Шулайтып йүгертеп алып барып болонға төшөрәм. Унда быҙауҙар күп. Беренсе осрашҡан сабыйҙар кеүек улар ҙа бер-береһенә оҙаҡ тексәйә, яҡын килеп морондары менән төрткөләп, еҫкәп, хатта ҡолаҡтарын ауыҙҙарына ҡабышып, ялашып ҡарайҙар. Был шаңҡыуҙары бер аҙ үткәс, йәшел үләнде томшоҡтары менән матҡый биреп тартҡылап маташалар. Әммә тота килеп кенә ашамайҙар әле, теге ергә, был ергә төртөлөп, ҡатып торошоп, бәлә һалып баҡырышып алалар. Ҡыҙыҡ күреп бер аҙ күҙәтеп торған балалар китеп бөткәс шунда үҙ көндәрен үҙҙәре күрергә ҡалалар.
Бөтөн ошо ҡылыҡһырламаларҙы уҡыған ҡайһы берҙәр, быҙауҙың кем һәм нимә икәнлеген белмәгән берәүҙәр, был мал затына һоҡланып ҡына ултыралыр. Әммә минең кеүек ҡайһы берҙәр был тәгәс күҙле ала-сыбар нәмәләрҙең ни тиклем үҙ һүҙле, үгеҙ күҙле бәйнәт икәнлеген дә белә. Ни арала ошо матурҡастарҙан хәйләкәр һәм ҡомһоҙ һөтһурғыстар яралалыр – аңламаҫһың.
— Быҙауҙы ҡара! Быҙауҙарҙы иртүк ҡарап ал! – тип ҡат-ҡат әйтелгән бойороҡ ауыл балаһының башына һеңеп киткән булалыр ул. Ә ул быҙау һин эҙләгән урындарҙа булһа һуң? Болондо ҡыҙырып сығып, әрәмә араларында кесерткәндән сағылып, йылға буйҙарының аҫты ла, өҫтө лә үтелеп бөтә. “Зәб-зәб-зәб-зәб-зә-әү” тип һамаҡлап йөрөүҙән тел көрмәлә башлай. Кисләүҙә инде серәкәй талай. Алыҫҡараҡ китергә ҡурҡыта ла. Бөтөн кеше быҙауҙарын ҡыуып ҡайта, һинеке һыуға төшкән кеүек юҡ.
Ауылды уралтып баҫҡан тауҙың бер үҙәненән еңелсә саң күтәрелә. Көтөү килә! Аяҡтарҙағы олораҡ ҡатаны ҡаптырлатып шул яҡҡа йүгерәм. Унда инде ҡалҡыулыҡҡа бала-саға, әбей-һәбей сығып баҫҡан. Бесәнгә бармай өй көтөп ҡалғандар мал ҡаршылай. Үҙәндән башта ыбыр-сыбыр һарыҡ-кәзә, унан эре мал күренә. Ашығып, егәрле атлап килә һыйырҙар. Йылғаны ла, елендәрен сайҙырып, туҡтап та тормай шаптырлатып кисеп сығалар. Иң беренселәр араһында аҡ һыйырыбыҙҙы аңғарып ҡаршыһына сабам. Әммә өлгөрмәйем. Һыйыр һауаға ҡарап өҙөп-өҙөп баҡырыуы була, әллә ҡайҙан быҙауы ла хасил була. Ер аҫтынан ҡалҡып сыҡҡан тиерһең! Мин инде ҡаталарымды атып бәреп, финишҡа беренсе килергә ашыҡҡан ярышсылар һымаҡ йән фарманға еләм. Тик бушҡа... Ҡотһоҙ быҙау таптыр-топтор итеп әсәһен үтеп китеп бер урай ҙа, ҡабаланыуҙан аҫтына ярты кәүҙәһе менән инеп китеп туҡтай. Башы менән һелкетәһенән инеһенең еленен төрткөләп ебәрә, уныһы асыуһыҙ ғына тибә, әйләнеп ялап ала. Ә тегеһе ҡарһаланып әле бер, әле икенсе имсәкте ҡабып тартҡылай, былай ҙа тирткән әмәстәрҙе йәһәтләп эйҙереп алмаҡсы булып тызый. Мин быларҙы әле килеп етмәһәм дә, бығаса йөҙ тапҡыр күргәнгә, белеп киләм. Сәсрәй яҙып, сыбығым менән бер ғәйепһеҙ һыйырға шыйтылдатып ебәрәм. Ул быҙауын этеп атлап китә, ә теге мәлғүн минән ҡасып йә бер, йә икенсе яҡҡа сығып тығыла. Ашыҡтырам һыйырҙы, алып ҡайта һалып айырыу уйымда. Шунлыҡтан мал артынан ҡойолоп ҡала барған шыйыҡ “ҡоймаҡтарҙы” ла ҡарап тормайым, баҫып тая-тая елдертәм. Шулай сабышып барып ялан кәртәгә инәбеҙ. Күҙенә аҡ-ҡара күренмәгән быҙау тамам аҡылдан шашып имсәктәргә йәбешкән. Инде шапылдап, шайыҡтары ҡойолоп тора. Асыуым алҡымыма етә.
— Ҡороғор! Күҙең сыҡҡыр! – тип, әбейҙәрҙән ишетеп тә, әсәйем тарафынан тыйылған һүҙҙәр менән ҡарғанып алышҡа ташланам. Быҙауҙың муйынсаһынан тотоп алып һелкетә тартып башын айырам, тик ул мине өйөрөлтөп ҡайырылып икенсе яҡтан барып төртөлә. Унда ла барып йәбешәм, усым менән моронон ҡаплайым. Мәскәйҙең ҡытыршы ауыҙына ҡулым инеп-инеп китә, ул уны ла йотоп ебәргәндәй хатта. Мин дә ҡыҙам, быҙау ҙа ҡыҙа. Нисек тә ҡул һуҙымы ғына аралағы бағанаға бәйләнгән арҡан осона еткереү. Һыйыр беҙгә аптырап бер урында әйләнгеләй, ҡайһыбыҙға ярарға белмәгән һымаҡ булһа ла, быҙауы ҡәҙерлерәктер инде, бағана янында туҡтамай үтә лә китә, күберәк уның яғына тартыла.
... Ялан аяҡтарым быҙауҙың ҡаты тояҡтарынан тапалып бөтә, бармаҡтарым муйынсаға уралып ҡыҫылып сәңкей, битем-башым шайыҡҡа буяла, тартҡылашыуҙан шыбыр тиргә төшәм. Елендәр күҙ алдында бушай. Һәм инде көсһөҙлөктән, ғәрлектән тығылған йәштәремә баш була алмай илап ебәрәм:
— Мәскәй! Мәскә-әй...
Илап-илай быҙауҙың инде аяҡтарын кирә баҫып, оҙон-оҙон һурып, ғыңҡылдатып китеп имгәнен ҡарап ҡалам. Имсәктәр тамам сепрәк хәленә ҡалып ялпылдай башлағас, һыйыр теге туймаҫын тибеп ебәрә лә, миңә башын бороп : “Ярай, илама, иртәгә тағы булыр һөт” тигән кеүек итеп ызылдап ҡуя. Унан был икәүҙең үтә лә бәхетле булып һөйөнөшкәндәрен, балаһының муйынын һуҙып, эйәген күтәреп китеп инәһенән ялатҡанын, ҡойроҡ сәнсеп, тулы ҡорһағын саҡ күтәреп иркәләп уйнаҡлағанын ҡарап торам.
Аҙаҡ, быларҙы айырып япҡас, инде әсәйгә нимә тип яуап бирергә һәм иртәгә нисегерәк итеп быҙауҙан хәйләкәрерәк һәм йылғырыраҡ булырға, тигән уйҙар менән баш вата башлайым. Ә унда, кәртәнең бер мөйөшөндәге бүлеккә индереп бикләнгән үгеҙ быҙау, бөгөнгө еңеүе менән ирәйеп, оҙон керфектәрен төшөрөп аҫтан ғына ҡарап ҡала. Һиҙеп торам, уның башында ла пландар бешә...
Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА.
Читайте нас в