– Күрмәйһегеҙме ни, эш менән мәшғүлмен. Йөрөйһөгөҙ шунда, эшкә ҡамасаулап, – тип яуаплаған ташсыларҙың береһе, уҫал ғына итеп.
– Мин ошо хеҙмәтем менән ғаиләмде аҫрар өсөн аҡса эшләйем, был – минең йәшәү сығанағым, – тип әйткән икенсеһе.
– Ә мин донъялағы иң күркәм һарайҙы ижад итәм, ул аҫыл сәнғәт ҡомартҡыһы буласаҡ, – тигән өсөнсө кеше, хистәргә бирелеп.
Ташсыларҙың барыһы ла бер үк хеҙмәтте башҡара, әммә һәр ҡайһыһы шөғөлөнә үҙенсә ҡарай. Уларҙың тәүгеһе тәү сиратта үҙенең эшсе булараҡ бурысын намыҫ менән үтәргә тырышҡан, икенсеһе ғаиләһен аҫрар өсөн аҡса табыу маҡсатында
йөрөгән, ә бына өсөнсөһө һарай төҙөүҙе күңел һалып, ижади ҡомарға бирелеп башҡарған. Өсөнсө ташсы хеҙмәтенән оло кинәнес һәм ҡәнәғәтлек алған.