-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
13 Февраль 2021, 20:10

АҠЛЫҠҠА ТАБЫНЫП ЙӘШӘЙЕК!

Телевизорҙағы бихисап тапшырыуҙарҙы ҡарай биргәс, ниңәлер ошо хикәйәт иҫкә төштө. Дөрөҫөн әйтергә кәрәк, хәҙер сенсация артынан ҡыуып, “ҡара төҫкә” өҫтөнлөк биргәндәр күбәйеп китте. Ҡайҙа үлтереш, ҡайҙа шартлау...

Бер мәл атаһы улын саҡырып ала ла: “Ошо бүлмәләге ҡара төҫтәге әйберҙәрҙе хәтереңдә ҡалдыр”, – ти. Малай эште һә тигәнсә үтәй. Шунан икеһе лә бүлмәнән сыҡҡас, атаһы һанап бирергә ҡуша. Улы иһә хәтеренең шәплеген күрһәтә, бүлмәләге бөтә ҡара әйберҙәрҙе лә теүәл атап сыға. ”Ә хәҙер, – ти атаһы, – аҡ төҫтәрҙәгеһен һана”. Малай аптырап ҡала: “Бәй, мин аҡ төҫтәгеләрен күрмәнемсе...” Атаһы мәғәнәле итеп йылмая ла улын ҡабаттан теге бүлмәгә алып инә: ”Бына, хәҙер күрәһеңме?!” Улы бүлмәлә аҡ төҫтәге әйберҙәрҙең күплеген күреп шаҡ ҡата...
Телевизорҙағы бихисап тапшырыуҙарҙы ҡарай биргәс, ниңәлер ошо хикәйәт иҫкә төштө. Дөрөҫөн әйтергә кәрәк, хәҙер сенсация артынан ҡыуып, “ҡара төҫкә” өҫтөнлөк биргәндәр күбәйеп китте. Ҡайҙа үлтереш, ҡайҙа шартлау... Сәбәп кенә булһын, хәҙер үк бөтөн мәғлүмәт саралары ошо хаҡта тылҡыясаҡ. Ә күңелебеҙҙе сафландырырлыҡ матур ваҡиғалар иғтибарҙан ситтә ҡала. Тора-бара бындай төҫтәргә беҙ ҙә күнә барабыҙ шикелле. Элегерәк, берәй ерҙә фажиғә хаҡында һирәкләп ишетһәк, уны үҙ ҡайғыбыҙҙай күреп һыҙлана инек, үҙеңде лә шул бәләгә тарығандай тояһың, нисек тә булһа ярҙам итеү яғын уйлайһың. Бөгөн иһә “ярай әле был бәлә минең менән булмаған” тип шөкөр әйтеп ҡуйыусылар ҙа юҡ түгел... Кешегә йәшәү бер ваҡытта ла еңел булмағандыр. Һәр замандың үҙ тетрәнеүҙәре, үҙ михнәттәре, тигәндәй. Шулай ҙа ошо ҡатмарлы тормоштоң һаҙлығына батмаҫ өсөн күберәк “аҡ төҫтәрҙе” күрергә кәрәктер.
АҠЛЫҠҠА ТАБЫНЫП ЙӘШӘЙЕК, ЗАМАНДАШТАР!
Читайте нас: