+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
12 Февраль 2021, 16:06

Һәр кеше көн һайын ниндәйҙер хата яһай.

Хатта күп осраҡта ул үҙенең яңылыш ҡанлығын аңламай ҙа ҡала. Шулай итеп, көндән-көн бәндәләрҙең эреле-ваҡлы гонаһтары йыйылып килә һәм ҡасан да булһа, ул ваҡ ҡына ҡырын эштәр “ҙур тау” булып өйөлөп китә. Ни эшләргә?!

Аллаһ Тәғәлә беҙҙең тормошобоҙҙо һынау итеп яралтҡан, шуға беҙ көн дә төрлө-төрлө һайлау алдында торабыҙ. Артабанғы аҙымыбыҙ дөрөҫ буласаҡмы-юҡмы – беҙҙең ихтыярҙа. Шулай ҙа ҡайһы бер осраҡта беҙ, белемебеҙ етмәүҙәнме, тәккәберлегебеҙ арҡаһындамы, башҡа сәбәптәнме – яңылышабыҙ... Әммә кешене башҡа йән эйәләренән шул яҙыҡ ғәмәлдәренә ниндәй мөнәсәбәттә булыуы айырып тора.
Кемдер, гонаһ ҡылып та, үҙенең хаталанғанлығын бер ҡасан да танымай, киләсәктә лә, шундай уҡ осраҡта, тағы берҙе гонаһ юлына баҫа. Кемдер, киреһенсә, тәүҙә белепме, йәки белмәйме, хаталанғандан һуң был ҡылығы өсөн үкенә, выждан ғазабы кисерә һәм “бүтән бер ҡасан да былай эшләмәйәсәкмен”, – тип үҙенә һүҙ бирә.
Аллаһ Тәғәлә өсөн тәүбә ҡылған бәндәһе – әсәһе өсөн күп йылдар сит яҡтарҙа аҙашып йөрөп ҡайтҡан балаһы кеүек ҡыуаныс килтерә. Бихисап хәҙис-риүәйәттәрҙә Раббығыҙ өсөн иң шатлыҡлы ғәмәлдәрҙең береһе – гонаһлының тәүбә ҡылыуы, сөнки тик тәүбә аша ғына кеше үҙ-үҙенә ҡотолоу таба, тип әйтелә.
Тәүбә – ул гонаһыңды, үҙеңдең яңылышҡанлығыңды танып, ысын күңелдән Хоҙай алдында ғәфү үтенеү һәм башҡаса бындай яҙыҡ аҙымды башҡармаҫҡа вәғәҙә биреү. Ғәҙәттә, кешеләр шул мәлдә “әстәғфируллаһ” тип әйтә. Уның мәғәнәһе – Аллаһ, мине ғәфү ит!
Әстәғфируллаһ һүҙен әйтеүҙең, йәғни хаталаныуыңды таныуҙың, файҙалы яҡтарын барлай башлаһаң, һанап бөтөп булмай. Мәҫәлән, Хоҙай тәүбәгә килеүсе бәндәһенең теләк-доғаларын ҡабул итә. Был хаҡта ошондай риүәйәт тә бар:
Заманында мәшһүр ғалим, Ислам диненең иң күренекле имамдарының береһе Әхмәт ибн Хәнбал сәфәр ҡылғанда төндә бер ҡала аша үтеп барған. Ул төнгө намаҙҙы уҡыр һәм һыуыҡ төндө йылы урында үткәрер өсөн мәсеткә юлланған. Ғалим, ғибәҙәт-ғәмәлдәрен тамамлап, йоҡларға ятырға булған, әммә уны ҡайҙандыр килеп сыҡҡан ҡарауылсы ҡыуып сығара башлаған. Әхмәт ибн Хәнбал, бик тыйнаҡ кеше булараҡ, үҙенең кемлеген әйтмәгән һәм тышҡа сығып, тупһала булһа ла ултырып, төндө уҙғарырға ниәтләгән. Ә теге ҡарауылсы уны хатта тупһанан да ҡыуалай икән.
Был ҡарауылсының тауышын эргәлә урынлашҡан кибеттә икмәк бешереп йөрөгән бер кеше ишетеп ҡалған. Ул иртәгегә кешеләргә яңы икмәк бешереп ҡуйыр өсөн төн һайын шулай һуңға тиклем йоҡламай эшләй икән. Икмәксе юлаусыны үҙенең йылы кибетендә төн уҙғарырға саҡыра һәм артабан эшенә тотона. Ул ҡамырҙы һәр баҫҡанында “әстәғфируллаһ” тип әйтә икән!
Әхмәт ибн Хәнбал быны ишетеп, хайран ҡала һәм икмәксенән:
– Һеҙ күпме ваҡыт шулай “әстәғафируллаһ” тип ҡамыр баҫаһығыҙ? – тип һорай.
– Байтаҡ йылдар инде... – тип яуаплай икмәксе.
– Һәм һәр баҫыу һайын зекер әйтәһегеҙме?
– Эйе.
– Ә Аллаһ бының өсөн һеҙгә нимәләр бирҙе?
– Ул миңә барлыҡ һорағандарымды ла теүәл ебәреп торҙо. Тик бер генә доғам һаман да ҡабул булмай: мин имам Әхмәт ибн Хәнбалды үҙ күҙҙәрем менән күргем килә ине. Быны ишеткәс, ғалим:
– Аллаһу Әкбәр (Аллаһ – бөйөк)! Мин – Әхмәт ибн Хәнбал! Һинең доғаң ҡабул булды, Ул мине һиңә килтерҙе!.. – тип әйткән.
Читайте нас: