Уйнап йөрөгән ваҡытында Хәмди юл буйлап китеп барған сал сәсле ҡартты күреп ҡала. Матур бер йорттоң ҡапҡаһына килеп еткәс, ул ял итергә ултыра.
- Малай! – тип ҡарт Хәмдигә өндәшә. – Бер төнгә генә ошо ҡунаҡһарайҙа ҡала аламмы мин?
- Был ҡунаҡһарай түгел да ул, - тип көлөп ебәрә Хәмди.
- Әә... Ә кем төҙөгән был өйҙө?
- Олатайың уны кемгә ҡалдырған?
Ҡарт йылмайып, Хәмдигә шулай тигән:
- Йорттоң барлыҡ хужалары ла уны кемгәлер ҡалдыра килгән икән, тимәк, һеҙ бөтәгеҙ ҙә был өйҙә ҡунаҡ ҡына, улым.
(Беҙ был донъяла ағас күләгәһендә ял итеп алып, юлын артабан дауам иткән юлсы ғына).