+15 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
3 Февраль 2021, 00:00

“Бес-бес-бес” тиһәң, бөтә бесәйҙәр ҙә аңлай.

Ә бына үҙ исемдәренә иғтибар итәләрме икән һуң? Берәүҙәр, бесәйебеҙ исеме менән саҡырыуға килә, тигән булалар. Кем тип кенә өндәшмә, бесәйгәбарыбер, ти икенселәр.Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ?Эштең айышына төшөнөү маҡсатында Японияның RIKEN мейене өйрәнеү үҙәге ғалимдары тикшереүҙәр үткәргән:

Улар хужалары менән йәшәгән һәм урамда көн иткән бесәйҙәр менән эксперимент үткәреп, 78 бесәй менән “һөйләшә”. Быларға ла һәм тегеләренә лә бер үк һүҙҙәр – бесәй исемдәрен ишеттерәләр. Хужалары менән йәшәгәндәре үҙҙәренең исемдәрен ишетеү менән ҡолаҡтарын тырпайта, йәки баштарын бора. Берәҙәк иһә бесәйҙәр иғтибар итеп бармай.
Ғалимдарҙың фекеренсә, бесәйҙәр үҙҙәренә төбәп өндәшкәнде аңлай, тауыштар араһынан үҙҙәренең ҡушаматын әйткәнде айыра. Саҡырыусыға “саҡырҙыңмы, хужам?” тигән кеүек түгел, ә тәмлекәс алыу өмөтө менән, йәки иркәләнергә тип йүгерә.
Ғалимдар бесәйҙәрҙең иң яратҡан шөғөлөн дә асыҡлаған. Тәү сиратта, бесәйҙәр иркәләргә ярата икән. Аҙыҡ – икенсе урында, имеш.
Читайте нас: