Әммә бөгөнгө башҡорттарҙа Ҡыш тәңре тураһында ҡайһы бер генә реликттар һаҡланып ҡалған. Беренсенән, ҡыштың бауыры оҙон; ҡыш килде, ҡыш башы, ҡыш ҡорһағы - киң алап кеүек һүҙбәйләнештәр, мәҡәл һәм әйтемдәр башҡорттарҙың ҡышты йәнләндереп ҡабул итеүен тасуирлай. Икенсенән, йомаҡтар ҙа ҡышты бабай, кеше итеп күрһәтә. Мәҫәлән, «бабай килгән һағынып, аҡ сәкмәнен ябынып». Ҡыштың атрибуты булған һалҡынды, һыуыҡты ир-ат итеп ҡабул итеү балалар фольклорында ла сағылыш тапҡан. Сағыштырығыҙ:
Шулай итеп, ҡыш боронғо башҡорттарҙың анимизм осоронда барлыҡҡа килгән тәңреләренең береһе. Уны улар ислам дине ингәс онотҡан, тик ҡайһы бер реликттары ғына тороп ҡалған.