+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
28 Ғинуар 2021, 22:00

“Бергә булайыҡ” тинем дә, теге малайҙың муйынынан һығып ҡосаҡлап, ҡолағын ныҡ итеп тешләп алдым

Малайҙың ҡолағынан шабырлап ҡан ағып китте. Дауаханаға алып барып, ҡолағын тегеп ҡуйҙылар. (Булған хәл. Дауамы сайтта.)

Мин малайҙар араһында үҫтем. Ун өс ағайым бар. Икәүһе – бер туған, ә ҡалғандары – ике туған. Өс туғандарҙы һанап та тормайым. Ун биш йәшемә тиклем шулар араһында мин бер бөртөк ҡыҙ булып йөрөнөм. Ҡалала торҙоҡ, йәй етһә, әсәйемдәр беҙҙе гел, ауылға алып барып, өләсәйҙәрҙә ҡалдыра торғайны. Өләсәйемдә бөтөнөбөҙ ҙә йыйылабыҙ. Ҡала фатирында ултырып йонсоған балалар, ауылда, саф һауала, иркендә кинәнә торғайныҡ. Алты-ете йәш булғандыр, мине ағайымдар алмаш-тилмәш ҡарай. Уларға йөк булып йөрөйөм. Малайҙар үҙҙәренең футбол, баҫтырыш, һуғыш уйындарын уйнаны. Ә мин, бәләкәй булғас, ундай уйындар уйнай алмайым.
Бер көн өләсәйемдәрҙең күршеһенә, ҡаланан минең йәштәрҙәге бер малай килде. Ағайҙарым: “Шул малай менән уйна!” – тип, мине ҡала малайы менән ҡалдырып китә башланы. Тегенең менән эй, рәхәтләнеп, ҡап-ҡара булғансы бысранышып, уйнай инек. Мин нимә әйтәм, шуны тыңлап ҡына йөрөнө, дуҫ-татыу булдыҡ.
Бер көндө телевизорҙан “Тамыр” тапшырыуын ҡарап ултырабыҙ. Унда “ҡолаҡ тешләтеү” йолаһы электән булған тип һөйләйҙәр. Ә өләсәйем борон ул йоланы нисек башҡарғандарын аңлатып ултыра беҙгә. Нисек килеп сыҡҡандыр, ләкин мин шул мәлдә, “бергә булайыҡ” тинем дә, теге малайҙың муйынынан һығып ҡосаҡлап, ҡолағын ныҡ итеп тешләп алдым. Малайҙың ҡолағынан шабырлап ҡан ағып китте. Дауаханаға алып барып, ҡолағын тегеп ҡуйҙылар.
Был ваҡиға, әлбиттә, беҙҙең дуҫлығыбыҙға кәртә булманы. Икенсе көнө үк, зыҡ ҡубып, бергә уйнай инек инде.
Йылғала һыу инеп, ҡырҙа еләк ашап, картуф күмеп, күрше инәйҙәрҙең алмаһына төшөп, йыл да йәйге каникулдарыбыҙ бергә үтте. Икебеҙгә лә 13–14 йәш булғанын һиҙмәй ҙә ҡалдыҡ. Мин ҙурайғас, әсәйҙәр йәйге лагерҙарға йөрөтә башланы. Ауыл яғы яйлап онотолғандай булды. Институтҡа уҡырға индем, каникулдарҙа ауылға килгәндә ишетәм: теге дуҫым – күрше малайы – хәрби училищеға ингән икән. “Ул хәҙер йәй ҙә уҡый,
августа ғына увольнениелары була,” – тине күрше инәй. Институтты бөтөп, Истанбулда – өс йыл, унан Америкала ике йыл, уҡып, белем алдым. Чикаго колледжын тамамлағас, Башҡортостаныма ҡайттым. Быға тиклем үк, үҙ эшемде асып, аҡса эшләп, ҡалала фатир менән машина ла алып ҡуйған инем инде.
Минең сират тағы ауылға ҡайтыу беренсе май байрамдарына тура килде. Машинаға тейәлдек тә әсәйемдәр менән ауылға киттек. Көн йылы, һауа саф, өйҙә ултырып булмай. Бер заман, мыш-мыш килеп, өләсәйемдең мунсаһын, унан ағастарҙың олонон аҡлап йөрөйөм. Шулайтып, эш менән мәшғүл булып, баҡсала эшләп йөрөһәм, берәү миңә:
“Тәк-тәк-тәк… Эшең еңел булһын!” – тигәнгә боролоп ҡараһам, янымда бер егет тора. Мин, ҡаушап киттем дә: “Ыыы… рәхмәт,” – тигән булдым. Кем икән? Танымайым. “Мин шулай ныҡ үҙгәргәнменме?!” – тигәс кенә, кем икәне саҡ башыма барып етте. Ҡаршымда ябыҡ, һипкелле, сибек малай урынына киң күкрәкле, оҙон буйлы, ир ҡорона ингән егет тора.
Хоҙаааайыыыым! Икебеҙ ҙә бер-беребеҙгә оҙаааҡ ҡарап торҙоҡ. Ошо минуттарҙан ҡабат тоҡанып китте инде беҙҙең бала саҡтан килгән мөхәббәтебеҙ тарихы. Кисен саф һауала йөрөйбөҙ. Һөйләшеп тә, ҡосаҡлашып та туйып булмай. Ул, хәрби училищены бөтөп, ҡыҙыу нөктәләрҙә хеҙмәт итеп өлгөргән, әле ҡалала ҙур вазифала эшләй. Ә ҡолаҡта теге йөй тора. “Хеҙмәт иткән сағымда: “Был ниндәй йөй,” – тип һораһалар, мин: “Кәләшем ин һалды,”– тип әйтә торғайным, ти. Шулай, йәмәғәт, беҙ инде хәҙер өйләнешкәнбеҙ, бәпесебеҙ тыуҙы, Аллаға шөкөр! Ағайҙарыма ҙур рәхмәттәр уҡыйым, бала саҡта минең менән уйнамағандарына.
«Серле Хәстрүш» төркөмөнән алып, Зөбәржәт ЯҠУПОВА әҙерләне.
Читайте нас: