+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
26 Ғинуар 2021, 13:06

Башҡорт аты

Оҙайлы юлда йөрөү өсөн башҡорттар үҙ аттарын махсус ысул буйынса өйрәткән, сыныҡтырған.

Арҙаҡлы ҡурайсы Сәйфулла Дилмөхәмәтов Түңгәүер ырыуы башҡорттарында ат өйрәтеү серҙәре һәм түңгәүер бәһлеүәне Көтөр батыр тураһында бына ниндәй риүәйәтте ата-бабаларынан ишеткән: “Көтөр батырҙың ике туғай тулы аты булған. Ул аттарының теүәл генә иҫәбе-һанын белмәгән. Тик көтөүселәренең иҫәбенсә, йылҡыһы мең баштан артыҡ булған. Көҙ көнө тубыҡтан ҡар яуһа, илле-алтмышлап ир-егет көн дә ат өйрәткән. Ошо осорҙа улар аттарҙы өс мәртәбә таңашыр ған, йәғни тирләгән аттың башын үргә бәйләп, ашатмай, эсермәй тотҡандар. Бына шулай итеп, өс мәртәбә эш булғас, ат бер ваҡытта ла янмай, арымай. Ул бик сыныҡҡан була. Был аттар яуға сабырға әҙер. Ошо өйрәтелгән аттарҙы икенселәренән айырыу өсөн беҙҙең тамғалы (Түңгәүер ырыуы тамғаһы) тимерҙе, утта ҡыҙҙырып, аттың янбашына баҫҡандар”.
Читайте нас: