+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
21 Ғинуар 2021, 22:00

“Уйлап эшләнгән эш – Аллаһтан, ашығып эшләнгәне – шайтандан”

Миңлебай үҙенең ҡатыны менән яланда эшләп йөрөй. Уларҙың бәләкәс кенә улдары Һарығолаҡ исемле эт менән бергә ялан ситендәге ағас аҫтында серем итеп ята.Ата-әсә ағас эргәһенә килгәс, ҡурҡыныс күренешкә шаһит була: уларҙың бәләкәс балаһы салҡан ята, ә Һарығолаҡ ҡанға буялып, ҡыҙғаныс төҫ менән бала эргәһендә ултыра.

Миңлебай, Һарығолаҡ сабыйға тейгән, тип уйлап, эттең башына салғыһы менән һуғып ебәрә. Эт шундуҡ ҡанһырап ергә йығыла.
Сабыйҙарының тыныс йөҙ менән килеп тороуына ата-әсә бигерәк тә аптырай. Ә баланың эргәһендә ятҡан үлек йыланды күргәс, ата-әсә бик ныҡ яңылышҡанын аңлай: Һарығолаҡ, сабыйҙы ҡотҡарам, тип, йылан менән алышҡан булған икән...
Әгәр ҙә Миңлебай тәүҙә үк асыуын ҡабартмай, тыныс тотһа икән үҙен! Бәйғәмбәр ҙә бит хәҙисендә шулай тип иҫкәрткән кешеләрҙе: “Уйлап эшләнгән эш – Аллаһтан, ашығып эшләнгәне – шайтандан”.
Читайте нас: