Ышаныуҙар буйынса, балаларҙы ҡурҡыта торған яман мифик зат. Бишмыйыҡты башҡорттар кис йөрөй торған оҙон һаҡаллы, оҙон биш мыйыҡлы, йыуан таяҡлы ҡарт итеп күҙ алдына килтерә. Бишмыйыҡ ғәҙәттә кис йөрөй, тәҙрәнән ҡарай, туҡылдата, йоҡламаған балаларҙы урлай, икән. Шуға ла йоҡламаған балаларҙы: «Ана, бишмыйыҡ, бишмыйыҡ йөрөй, бишмыйыҡ әпкитә»,- тип ҡурҡыталар.