Ҡарағайҙар ғаиләһенә ҡараған был ылыҫлыларҙан беҙҙә өс төрлө шыршы үҫә. Өсөнсөһөн, һуңғы арала Өфөнө йәшелләндереүҙә киң ҡулланыла башлаған зәңгәр шыршыны (голубая ель) иҫәпкә алмаҫҡа ла мөмкин, ул күсереп килтерелгән һәм матурлыҡ өсөн генә үрсетелә. Ә бына беҙҙең яҡта киң таралған йәшел шыршы (ель зеленая) менән аҡ шыршы (пихта) төҙөлөш материалы булараҡ та, урман-парк үҫтереүҙә лә йыш ҡулланыла. Уларҙан тыш, әлбиттә, мәңге йәшелдәрҙән тағы ҡарағай (сосна) һәм артыш (можжевельник) бар.
Йәшел шыршы беҙҙә киңерәк таралған. Шуға ла уны, ғәҙәттә, күпләп ҡырҡалар, төҙөлөш материалы булараҡ та ул йыш ҡулланыла. Ҡытыршы һәм ҡыҙғылт төҫтәге олоно арҡаһында йәшел шыршының Уралда ҡыҙыл шыршы тигән атамаһы ла бар.
Ә аҡ шыршы һирәк урындарҙа ғына үҫә, тау яҡтарында ул Инйәр йылғаһы буйҙарында, Асҡын районы яҡтарында таралған. Был ағас күркәм ҡиәфәте, оҙаҡ йәшәүе, матур олоно менән айырылып тора. Ылыҫы ла уның күпкә йомшағыраҡ һәм бәрхәтерәк.
Әлбиттә, аҡ тигән исеме лә шыма һәм төҙ олононоң аҡһыл төҫтә булыуынан алынған. Эстәге үҙағасы ла шыма һәм ап-аҡ, яҙын сайыры шешек-шешек булып тамсылап ағып сыға.
Заманында тау яҡтарында уның сайырын әҙерләү буйынса тотош заводтар эшләй торғайны. Бал һымаҡ сайыры скипидар, канифоль эшләүҙә файҙаланыла, медицинала киң ҡулланыла.
Әйткәндәй, тап шул сайырының күп булыуы был ағасты төҙөлөштә ҡулланыуҙы сикләй ҙә инде – эшкәртеүе ҡатмарлыраҡ.
Шыршылар, ҡарағайҙан айырмалы, тәүге йылдарҙа бик әкрен үҫә. Шуға ла беҙҙең питомниктарҙа ҡарағай сәсеп үҫтереү, уны үрсетеү киңерәк таралған.