Бер заман кеше урманға барған. Унда айыу ағаста бал ҡорттарының ояһын туҙҙырып йөрөй икән. Кеше айыуҙың ҡойроғон сабып өҙгән. Йәй көнө ҡойроҡтоң ҡыҫҡа булыуы артыҡ күренмәй. Көҙ етеп, ағас япраҡтары ҡойолдомо, айыуҙың сонтор ҡойроғо күренә башлай. Бүтән йәнлектәр айыуҙан көлә. Шунан ҡасып, айыу ҡыш йоҡоға тала. Ҡышын айыуҙы эҙләп тә тапмаҫһың. Айыуға өңөндә йылы һәм тыныс.