Диалекттарҙа дәржәл, дәжәл, тәжәл, тәжжәл тигән варианттары ла осрай. Башҡорт мифологияһына ислам менән килеп ингән образ. Ышаныуҙар буйынса, ахыры заман еткәс, матур музыкаға эйәртеп кешене алдап алып китә торған зат. Миҫал өсөн Белорет һәм Илеш райондарында яҙып алынған материлдарҙы килтерергә була.
Ахыры заман етәр булһа, Тәжәл ҡалҡа тей. Тәжәлдең тауышы, музыкаһы матур була. Шуныға аның артынан кеше эйәреп китә икән. Эйәреп китмәҫ өсөн, аның тауышын ишетмәҫ өсөн тирмән тарталар. Шу тирмән тартҡан кеше генә ҡала тей. Ату шу тауышты эҙҙәп, таваны туҙғанса, арып һәле бөткәнсә китә тей кеше. Ә ул тауыш ишетелһә лә, бер нәмә лә күренмәй икән.
(Ғ.Хисамитдинова. Яңы Абҙаҡ ауылы).
Ахыры заман житкэс тау-ташлар тигеҙләнә, урманнар бетә, жир менән күк бер-берсенә бәрелә. Шул заман Дәржжәл тигән әйбер сыға. Ул төрлө музыка тауышларына биеп жирне ашап килә. Аның артынан бөтә халыҡ китә. Дәржжәл жир өстендә бер әйбер ҡалдырмай ашап бетереп килә, ҡызыл балсыҡ ҡына ҡала икән. Шуның өчен кешене балсыҡҡа күмәләр, тейләр ийе ололар.
(Р. Саяпов, Н. Саяпова. Илеш р-ны).