-5 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
7 Декабрь 2020, 14:00

Һаран ожмахтан йыраҡ

Үҙе лә ашамай, башҡаларға ла бирмәй, тиҙәр ундайҙар тураһында.

Ихсандың бик һаран бер ағаһы була. Үҙе лә ашамай, башҡаларға ла бирмәй, тиҙәр ундайҙар тураһында. Шуға ла был кешене берәү ҙә яратмай.
Был һаран, байлыҡ ҡул аҫтында булырға тейеш, тип иҫәпләп, бар байлығын алтынға күсереп бөткән була. Ә алтынын баҡсаһының бер мөйөшөнә күмеп ҡуя. Ул уны көн дә асып ҡарай, һанай ҙа, яңынан күмеп ҡуя. Ошо шөғөлө уға бөтмәҫ ләззәт бирә.
Берҙән-бер көндө һаран алтынын ҡаҙып ҡарай, ә ул урынында булмай сыға. Алтынды кемдер урлап китә. Һаран ҡайғыһынан аҡылдан яҙырлыҡ хәлгә килә, сәстәрен йолҡоп илай. Быны күргән Ихсан ағаһын йыуатмаҡсы булып, былай ти:
- Юҡҡа көйөнәһең, ағай. Ул алтын барыбер ерҙә ятты бит, һин улар менән файҙаланманың. Ул һиңә кәрәк булған булһа, ергә күмеп ҡуймаҫ, ә ниндәйҙер файҙалы эш өсөн тотонор инең...
...Бәйғәмбәребеҙ, һаранлыҡтан һаҡла, тип, Хоҙайға өндәшкән ваҡытта:
“Һаран кеше Алланан да, ожмахтан да, кешеләрҙән дә йыраҡ”, - тиер булған.
Читайте нас: