Ҡышҡыһын йәйғор ҡалҡһа, йәки Ҡояш ҡолаҡланһа – көн һыуына...
Ҡышҡыһын ундай сағыу йәйғорҙар – бик һирәк күренеш. Ғәҙәттә, улар күренер-күренмәҫ, йәки ярты-йорто ғына була.
Халыҡ һынамышы буйынса, ундай осраҡта, ныҡ һыуытып, ҡар ҙа яуыуы ихтимал.
Бындай күренеш фәндә гало тип атала. Был атама грек теленән алынған, уларҙа һалос һүҙе Ҡояш йәки Ай тирәләй яҡтылыҡ ҡулсаһын аңлата. Ғалимдар аңлатыуынса, ҡышҡыһын көн аяҙ, ҡаты һыуыҡ һәм һауала еүешлек көслө булғанда йәйғор ҡалҡа, йәки Ҡояш ҡолаҡлана.
Һүрәттә: ғинуар уртаһында Әбйәлил районының Буранғол ауылында бииик матур йәйғор ҡалҡа. Ә. Хамматова фотоһы.