+2 °С
Ясна
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
23 Ноябрь 2020, 17:00

Балыҡсы турғай (Зимородок)

Ҡоштар донъяһында уны универсал тип атап була. Беҙҙең яҡтарҙың ғәҙәти ҡошо булһа ла, балыҡсы турғайҙы осратыуы ҡыйын. Ниндәй урындарҙы ярата һуң ул?

Был ҡошсоҡтоң ҡиәфәтен башҡа бер турғай менән дә бутарлыҡ түгел – торна, селәндән тыш, ул бер үҙе шундай уҡ оҙон суҡышлы, ләкин уларҙан күпкә бәләкәйерәк – турғай ҙурлыҡ ҡына. Ҡоштар донъяһында уны универсал тип атап була: һәйбәт оса, сума. Балыҡты ла ул ҡарауыллап тороп түгел, һыуға сумып, баҫтырып тота. Ҡарауыллау өсөн һыу өҫтөндәге ботаҡта бик оҙаҡ ултырыуы мөмкин, шулай уҡ һауала аҫылынып та тора ала.
Һыуға ул бик йылғыр сума, унан атылып сығып осоп та китә. Ләкин һыу ҡоштарынан айырмалы, был турғай һыу аҫтында ҡанаттары ярҙамында йөҙә, сөнки уның тәпәйҙәре ишкәк түгел. Мәҫәлән, күҙгә йышыраҡ салынған һыу турғайы (оляпка) йөҙмәй, ә һыу төбө буйлап йүгерә.
Беҙҙең яҡтарҙың ғәҙәти ҡошо булһа ла, балыҡсы турғайҙы осратыуы ҡыйын. Ул ваҡ балыҡлы, таҙа һыулы, ағын һәм тәрән булмаған йылғаларҙы ярата. Уның яры текә һәм ҡуйы ҡыуаҡлыҡ менән ҡапланған булырға тейеш. Өҫтәүенә, был яңғыҙаҡ ҡоштар эргә-тирәлә башҡа ҡоштарҙың йәшәүен дә яратмай.
Ғаилә мөнәсәбәттәрен балыҡсылар шулай уҡ үҙенсәлекле ҡора. Ата ҡош инәһенә һөйөү билгеһе итеп балыҡ бүләк итә. Унан улар парлаша һәм оя ҡора. Оялары яр ҡарлуғасыныҡы һымаҡ текә ярҙа ҡаҙылған тәрән өңдән ғибәрәт. Ул бер метр самаһы тәрәнлеккә етә. Быны ҡаҙыу өсөн ике ҡош соҡ алһыҙ/ялһыҙ ун көн самаһы эшләй. Етмә һә, ҡаҙа башлаған өңдәре ташҡа йә тамырға терәлеп туҡтаһа, улар икенсе урындан башлай.
Унда һалған ап-аҡ ялтыр тышлы 5-8 йомортҡаны өс аҙна икәүләп алмашлап баҫтырып сығаралар. Тағы өс аҙнанан ҡош балалары үҙаллы тормошҡа әҙер. Был арала инә ҡоштоң яңынан йомортҡа һала башлауы ла ихтимал”.
Бала сығарғас, ғаилә тарҡала. Ләкин киләһе йыл, тап ошо ояға ата менән инә ҡош кире айырым-айырым әйләнеп ҡайтып, яңынан пар барлыҡ ҡа килтерә.
Балыҡсы турғай бөтә донъя буйлап таралған, уны Алыҫ Көнсығышта ла, Африкала ла осратырға мөмкин.
Читайте нас: