+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
22 Ноябрь 2020, 00:04

Ниндәй малай һәләтле?

- Минең улымдың маҡтанып телгә алыр һәләтлектәре юҡ, - ти ҡатын.

Өс ҡатын ҡулдарына ауыр кәрзин тотоп, баҙарҙан ҡайтып килә. Бер аҙҙан улар юл ситендәге эскәмйәгә ял итергә ултыра. Һөйләшә торғас, балалары тураһындағы хәбәргә тотона былар.
Ҡатындарҙың береһе улының физик яҡтан көслө булыуы, оҙаҡ итеп бер ҡулында йөрөй алыуы менән маҡтана.
Икенсеһе улының һандуғас кеүек йырлауы, бар халыҡтың уға һоҡланыуы тураһында һөйләй.
Өсөнсө ҡатын әхирәттәренең һүҙен өнһөҙ генә тыңлай. Улдары менән маҡтанған ҡатындар унан:
- Ниңә улың хаҡында бер ни ҙә әйтмәйһең? – тип һорай ҡуя.
- Минең улымдың маҡтанып телгә алыр һәләтлектәре юҡ, - ти ҡатын.
Ҡатындар ары атлай. Бына ҡатындар йорттары эргәһенәрәк еткәс, кәрзиндәрен ергә ултыртып, бил яҙып, талған беләктәрен ыуғылап тора. Әсәләрен күреп, малайҙары улар янына йүгереп килеп етә. Улдарҙың береһе баштүбән тороп, бер ҡулында йөрөп күрһәтә. Икенсе малай таш өҫтөнә ултырып, әсәһе яратҡан йырҙы йырлап ебәрә.
Был малайҙарҙың әсәләре ҡәнәғәт йөҙ менән ҡул саба, ҡыуанысын белдерә. Ә өсөнсө малай әсәһе эргәһенә килеп, уның ҡулынан кәрзинен ала һәм:
- Әсәй, ҡана мин һиңә ярҙам итәйем, - ти.
Читайте нас: