– Ҡәҙерлем, әйҙә ял көндәрендә магазиндар буйлап йөрөйөк. Кейемдәрең
туҙып бөткән: күлдәктәреңдең төҫө уңған, салбарҙарың ҡайышланып киткән, нәскиҙәрең тишек… Миңә лә күптән тунымды яңыртырға ваҡыт.
Ҡатын-ҡыҙҙар, хәтерегеҙҙә тотоғоҙ! Һеҙ – кер йыуыусы түгел, һауыт-һаба
йыуыусы түгел, ашнаҡсы түгел, йыйыштырыусы түгел. Һеҙ – таҙалыҡ фәрештәләре! Тәртип әһелдәре! Йәм алиһәләре! Өй – һеҙҙең ҡорам! (Һеҙгә
– Доктор, мин ирем менән айырылышҡандан һуң бик ныҡ таҙарҙым, әйтегеҙ әле, миңә ни эшләргә?
– Байрам итеүеңде туҡтат.
– Ҡәҙерлем, кәңәш ит әле, йоҡлар алдынан миңә нимә уҡырға икән?
– Мин телефоныңдағы хаттарҙы уҡып бөткәнсе доға уҡый тор.
Ҡатын менән бәхәсләшеү һәр төрлө мәғәнәнән мәхрүм: 90 процент осраҡта
ул хаҡлы, тик 10 процент осраҡта ғына һин ғәйепле булып ҡалаһың.
Ҡатын-ҡыҙ өсөн машина – ҙур сумка, етмәһә, унда йөрөргә лә мөмкин.