+2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
14 Ноябрь 2020, 21:00

Яфа килтереүсе малай

Йәйге бер көндә йылға яры буйында балалар уйнап йөрөй. Улар араһында Ғәффәр тигән малай ҙа бар. Хайуандарҙы язаларға яратҡаны өсөн уны балалар Яфар тигән ҡушамат менән йөрөтә.Ул әленән-әле ҡыҙыҡлы ла, аяуһыҙ ҙа уйындар уйлап сығара. Бына был юлы ла ул бер нисә малайҙы ситкә саҡырып алып, буласаҡ уйын тураһында ҡыҙыҡлы план ҡороуы тураһында хәбәр итә. Ниндәй уйын булыр был? Балалар барыһы ла Ғәффәрҙе ҡыҙығып күҙәтә башлай

Бына Ғәффәр һәм уның дуҫтары ҡаланан ҡунаҡҡа килгән Ғәли тигән малайҙы ҡул-аяҡтарынан эләктереп, йылғаға ташлай. Йөҙә белмәгән Ғәлиһыуҙа тыбырсына, бер бата, бер ҡалҡа. Уныңярҙам һорап ҡысҡырыуына ҡаршы Ғәффәр һәмуның дуҫтары ҡысҡырып көлөп яуап ҡайтара. Шунда Исмәғил тигән малай өҫтөндәге кейемен сисепташлай ҙа, Ғәлигә ярҙамға ташлана. Ул бик ҡыйыумалай һәм Ғәффәрҙең аяуһыҙ ҡылыҡтарына берул ғына ҡаршы тора ала. Ике минут та үтмәй,Исмәғил Ғәлиҙе һыуҙан һөйрәп сығара.
Яр буйындағы малайҙар Исмәғилде хуплап, уны маҡтарға тотона. Шул саҡ былар эргәһенән үтеп барыусы бер өлкән кеше Исмәғил эргәһенә килеп, уны башынан һыйпай һәм шундай һүҙҙәр әйтә: “Һин беҙҙең Бәйғәмбәребеҙ әйткәнде үтәнең, афарин. Хоҙай һинең менән ҡәнәғәт булһын. Бәйғәмбәребеҙ бер хәҙисендә әйткән:
“Мосолман кеше – мосолман кешенең туғаны. Ул туғанына яуызлыҡ ҡылмаҫ, яуыздар ҡулына ла ҡалдырмаҫ.”
(Балалар өсөн 40 хәҙис хикәйәттәре)
Читайте нас: