+19 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
11 Ноябрь 2020, 22:00

ВАБА

Дуҫтар, төнгә ҡарай әллә нәмә яҙалар тимәгеҙ зинһар:

Башҡорт мифологияһы, теле менән таныштырыу маҡсатында бирәбеҙ.
ВАБА АУЫРЫУЫ ЭЙӘҺЕ
Башҡорт мифологияһында ваба ауырыуы эйәһе кеше ҡиәфәтендә йөрөгән мифик зат. Ул өйҙән-өйгә йөрөй икән. Ҡулында таяғы була, тиҙәр. Бармағы ҡулында берәү генә була. Ҡайһы саҡта ул мулла образына инеп тә йөрөй икән. Ауырыу эйәһе, йәғни бөтә өй ағзаларының эсе китә, аяҡ-ҡулдары ҡороша, тәне тартыша, ҡоҫа, кеше бик тиҙ үлә. Вабаны индермәҫ өсөн ҡапҡаларҙы бикләйҙәр, ҡапҡаға, ишеккә дегет һөртәләр. Сөнки ваба эйәһе дегеттән, артыштан, әремдән ҡурҡа икән. Ваба башланһа өйҙә артыш, әрем яндырырға кәрәк. Ауырыуҙы ла әрем, артыш һыуы менән ҡойондорорға ҡушалар. Элегерәк ауылдарҙы уратып һөрөп тә сыҡҡан булғандар.
Ваба һүҙе килеп сығышы яғынан ғәрәп сығанаҡлы һүҙ.
Һау-сәләмәт булығыҙ!!!
Ф.Ғ. Хисамитдинованың “Башҡорт мифологияһы” китабынан.
Читайте нас: