-5 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
9 Ноябрь 2020, 02:11

БИЗМӘНДӘРГӘ ҺАЛЫП БУЛМАҪ ОЛО ЮҒАЛТЫУ...

Күренекле шағир, сәсән, ҡурайсы, Яҙыусылар союзы ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Муса Мортазин, Фәтих Кәрим, Рәмзилә Хисаметдинова һәм Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге премиялар лауреаты, Башҡортостандың халыҡ сәсәне, Салауат Юлаев ордены кавалеры, “Өлкәр” талантлы балаларҙы күтәрмәләү хәйриә фонды етәксеһе, халҡыбыҙҙың алтын бағанаһы Мәүлит Байгилде улы Ямалетдинов арабыҙҙан китте. Юғары әхлаҡле, алтын аҡыллы, изге күңелле, оло йөрәкле шәхес...

Бөтә Рәсәй сәсәндәр фестивалендә еңеүсе булып, Гран-при яуланы мәшһүр һүҙ оҫтаһы.. Сәсәне бар халыҡ йәшәр, тиҙәр. Был йәһәттән Мәүлит ағай сәсәнлекте тергеҙеү һәм һаҡлап ҡалыу буйынса ҙур эштәр эшләне. Ҡыҫҡа ғына бер шиғырын миҫалға килтергәндә лә уның күңел ҡиммәттәрен асыҡ күрергә була ЫСЫН ИРҘӘРЫсын ирҙәр майҙандарға сығып,Боғаҙ йыртмай арзан дан өсөн;Дошман-маҙар килә ҡалһа, оранҺалыр өсөн һаҡлай тауышын.Ысын ирҙәр буш һүҙҙәрҙән бутҡаБешереүгә бармай, ғәҙәттә;Илгә ҡаза, милләтенә бәләКилгән саҡта аҫыл һүҙ әйтә. Борондан шағирҙар, сәсәндәр халыҡ тормошонда мөһим урын алып торған. Шуға ла сәсән ул һуҙ оҫтаһы ғына түгел икәнлекте аңлаған аҫыл замандаштары Мәүлит Ямалетдин хаҡында бына нимә яҙалар:- Мәүлит Ямалетдиновтың тәүге китабын уҡый башлағас та, күңелде сафлыҡ, яҡтылыҡ, иркенлек тойғоһо биләп ала. Әҙәбиәткә шундай үҙенсәлекле, үҙенең әйтер һүҙе һәм ҙурмы - бәләкәйме үҙ донъяһы булған яңы әҙип килеүен күреү бик тә ҡыуаныслы, әлбиттә! ( Рәми Ғарипов)- Мәүлит артыҡ яңғырауыҡлы һүҙҙәр, иҫ китмәле буяуҙар менән мауыҡмай, ябай ғына күренештәр, һаҡ биҙәктәр аша уҡыусы күңелен арбап ала белә. (Рауил Бикбаев)- Мәүлиттең йырлағанда моңо күкрәк төбөнән урғылып сыҡҡан кеүек, уның поэзияһы ла тәрәндән килә. (Фаҡиһа Туғыҙбаева)- Ғөмүмән, Мәүлиттең шиғырҙары ябай, халыҡсан. Ул тәбиғәттең бөтә күренештәрен, йәнһеҙ нәмәләрҙе йәнләндерә, шул уҡ ваҡытта уның сағыштырыуҙары, метафоралары һис тә яһалма түгел, тәбиғи, шуға күрә лә күңел уларҙы бик теләп ҡабул итә. (Рауил Шаммас) Ә үҙе хаҡында Мәүлит ағай тыйнаҡ ҡына ошоларҙы әйтә:
- Афористик тапҡырлыҡ, мәргәнлек тәрбиәләгән тел стилистикаһы инәйемдән бирелһә, образлылыҡ үҫешеүгә булышлыҡ иткән йыр стихияһы – атайымдан.Ғүмеремдең бала саҡтан үҫмерлеккә ауышҡан бер мәлендә бар донъяны онотоп, йәнем-тәнем менән халыҡ йырҙарына ғашиҡ булдым... Шул тиклем йырлағы килә тегеләрҙе, тауыштың бар көсөнә йырлап ҡарар өсөн Сусаҡ тауҙарына менеп китә инем. Йыр менән ҡурай бер-береһенән алыҫ йөрөмәй, шул уҡ осорҙа мөкиббән китеп был тылсым уйын ҡоралы менән мауығып киттем.Халыҡ моңо - кешенең йәнен милли рух менән һуғарып тороусы шишмә менән бер. Һыуы һәр саҡ мөлдөрәмә тулы йылға кеүек булды уның күңеле ... Шундай талғын, әммә ҡеүәтле йылғаға оҡшаған ғүмер юлы ла фанилыҡта тамамланһа ла, уның шифаһы оҙаҡ ваҡыт ужым бирер күңелдәрҙе һуғарыр, ҡорорға бирмәҫ... Бәхил бул, Оло шәхес. Ҡараңғы гүрҙәрең яҡты, йәнең йәннәттә булһын. Һеҙ һәр саҡ беҙҙең йөрәк түрҙәрендә!
Миләүшә ҠЫҘРАСОВА
Читайте нас: