-10 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
7 Ноябрь 2020, 19:00

БАШҠОРТ ОРНАМЕНТЫ НИМӘНЕ САҒЫЛДЫРА?

Башҡорттарҙа орнамент яйлап ҡына барлыҡҡа килгән. Тәүге һүрәтләүҙәр ябай ғына булған: сей балсыҡҡа сыймаҡланған йәиһә батырып индерелгән кескенә ботаҡ, ҡабырсаҡ ярсығы. Ваҡыт үтеү менән һүрәттәр ҡатмарлашҡан һәм уйланылған, төҙөк композициялы, символик йөкмәткеле була барған.

Уларҙа йәшәйештең өс ритмлы булыуы тураһындағы боронғо ҡараштар һәм халҡыбыҙ тарихының ислам диненә саҡлы осорҙағы күҙаллауҙары сағылыш тапҡан.Үҙенең эсенә ҡапма-ҡаршы күренештәрҙе йыйған: көн — төн, йәшәү — үлем, яҡтылыҡ - ҡараңғылыҡ, ир башланғысы — ҡатын-ҡыҙ башланғысы, һул — уң һәм башҡалар.
Башҡорт орнаменты — әйберҙәрҙе, ҡоралды, туҡыманан эшләнгән әйберҙәрҙе, интерьерҙы биҙәү өсөн ҡулланылған, геометрик, үҫемлек йә иһә зооморф элементтарҙы ҡабатлау һәм сиратлаштырыуға нигеҙләнгән нағыш-биҙәктәр. Башҡорт орнаментында башҡорттарҙың, халыҡтарҙың күпселегенә хас булған, йәшәйештең өс ритмлы булыуы тураһындағы боронғо ҡараштар сағылыш тапҡан.Кешенең тасуирлау эшмәкәрлегенең иң боронғо формаһы булараҡ, башҡорттарҙа орнамент яйлап ҡына барлыҡҡа килгән. Тәүге һүрәтләүҙәр ябай ғына булған: сей балсыҡҡа сыймаҡланған йәиһә батырып индерелгән кескенә ботаҡ, ҡабырсаҡ ярсығы. Ваҡыт үтеү менән һүрәттәр ҡатмарлашҡан һәм уйланылған, төҙөк композициялы, символик йөкмәткеле була барған. Башҡорт орнаменты геометрик, кәкре һыҙыҡлы үҫемлек биҙәкле. Ғәҙәттә биҙәктәр ағасҡа, тирегә, металға, туҡымаға төшөрөлгән. Башҡорт орнаменты симметриялы һәм кешеләрҙең ысынбарлыҡты ҡабул итеүен сағылдыра. Ул үҙенең эсенә ҡапма-ҡаршы күренештәрҙе йыйған: көн — төн, йәшәү — үлем, яҡтылыҡ - ҡараңғылыҡ, ир башланғысы — ҡатын-ҡыҙ башланғысы, һул — уң һәм башҡалар. Ҡапма-ҡаршы ҡуйыу бер-береһенә ҡаршы торған фигураларҙың симметрияһы ярҙамында күрһәтелә. Композицияның бер бөтөнлөгөн һаҡлар өсөн орнаменттың үҙәк элементы булдырыла. Орнаменттың төп элементы - ҡатын-ҡыҙ фигураһы, ағас йәки символик ромб һүрәте. Ҡатын-ҡыҙ фигураһы ерҙәге бар булған нәмәнең алиһәһе образын символаштыра, ағас — тормош ағасын, ромб ♦ — һөрөнтө ер символын. Орнамент элементтары йөкмәткегә, асыл мәғәнәһенә эйә: ҡусҡар ¥ — бөгәрләнеп торған тәкә мөгөҙө символы һәм үләндәр символы, соляр билдә ֔֕ — түңәрәк, нурҙар менән уратылған түңәрәк төрөндәге ҡояш һүрәтләнеше, йөрәккәй ♥ — ҡунаҡсыллыҡты аңлата. Башҡорт орнаментында башҡорттар тарихының ислам диненә саҡлы осорҙағы күҙаллауҙары сағыла. Орнамент менән кейемдәрҙең яғалары, уйымдары, ҡаптырмалары, ең һәм итәк ситтәре биҙәлгән. Орнаментлы сиктәр боҙомға бирешмәй тип иҫәпләнгән. Өй элементтары орнамент менән биҙәлһә, яуыз ендәр унда үтә алмай тип һаналған. Ҡапҡалар, тәҙрә ҡапҡастары, йөҙлөктәре, ҡыйыҡ ситтәре биҙәлгән. Орнамент формаһы, өсмөйөш һәм ромб, түңәрәк күҙҙең символик һынланышы: өсмөйөш - профилде, ромб — фасты аңлата. Өсмөйөш формаһы үҙ сиратында насар йоғонтоларҙан һаҡлау сараһы булған.
Миләүшә ҠЫҘРАСОВА әҙерләне
Читайте нас в