-7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
6 Ноябрь 2020, 21:46

Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейында матур, эстәлекле саралар йыш үткәрелә

Музей мөдире Ғәҙилә БҮЛӘКОВА ошо турала һөйләй:- 3 ноябрҙә үткән "Сәнғәт төнө" менән бәйле рәүештә, беҙ Мәжит Ғафуриҙың өлкән улы Әнүәр Ғафури тураһында ентекле генә мәғлүмәттәр биргән инек. Мәжит Ғафуриҙың тормош юлы һәм ижады менән таныш булған дуҫтарыбыҙ уның икенсе улы - Хәлит Ғафури яҙмышы менән ҡыҙыҡһынып, байтаҡ ҡына һорауҙар яҙып ебәргән. Музейыбыҙ дуҫтарының һорауҙарына яуап итеп, һеҙҙең иғтибарығыҙға түбәндәге яҙманы тәҡдим итәбеҙ.

Хәлит үҙенең өлкән ағаһы Әнүәр тыуғандан һуң 9 йыл үткәс, йәғни 1919 йылда ғаиләлә 2-се бала булып донъяға килә. Заманында М. Ғафуриҙың ғаиләһе менән яҡындан аралашып йәшәгән кешеләрҙең хәтерләүҙәре буйынса, тыуғанда уҡ йөрәк ауырыулы (врождённый порок сердца) булып тыуған Хәлит бала саҡтан йыш ауырый. Мәжит Ғафуриҙың 1923 йылда 4 йәшлек кенә улына бағышлап яҙған "Хәлит"кә тигән шиғырында ла был асыҡ сағыла:
Былбыл кеүек, наҙлы гөлдәй матур,
Нурҙан яҡты, һөйгән кескенәм!
Һин һыҙланһаң, "уф" тип ауыртынһаң,
Өҙөлөп - өҙөлөп китә эскенәм.
Һин илаһаң нәҙек тауыш менән
Һәм күренһәң йәшле күҙ менән,
Йөрәгемә сән(е)скәндәй була
Төрлө яҡтан осло беҙ менән.
Ай, сабыйҡай, гөлкәй! Кемдәр түҙер
Йөрәктәргә үткән аһыңа.
Һинең өҙөлөп - өҙөлөп һөйләүҙәрең
Тоҙ һипкәндәй йөрәк ҡаныма.
Бына шундай һаулыҡҡа туймаған Хәлит менән күберәк өйҙә уның әсәһе - йәш кенә сағынан төрлө мәҙрәсәләрҙә мөғәллимә булып эшләгән, тәрән дини һәм донъяуи белемгә эйә булған Зөһрә Камалетдин ҡыҙы шөғөлләнә. Был яҡты донъяла бик ҡыҫҡа - барлығы 16 йыл ғына йыл йәшәп ҡалған Хәлит тә, өлкән ағаһы Әнүәр һымаҡ, күп уҡырға ярата, рус, сит ил яҙыусыларының классик әҫәрҙәрен яҡшы белә. Был хаҡта Хәлиттең беҙҙең музей фондында һаҡланған, уның тарафынан көндәлек рәүешендә төрлө мәғлүмәттәр теркәп барылған ҡулъяҙма дәфтәре лә асыҡ һөйләй. Хәлит уларҙы төрлө дәфтәр, китап биттәренән үҙ ҡулдары менән тегеп эшләп алған булған.
Яҙмаларҙан күренеүенсә, был дәфтәрҙе Хәлит 14 йәшлек кенә сағында, йәғни 1933 йылдың 29 ноябрендә тултыра башлаған. Иң тәүге ҡулъяҙма - Жюль Верндың "Капитан Грант балалары" романының беренсе киҫәгенән ҙур ғына өҙөк. Әйткәндәй, был әҫәр Хәлиттең иң яратҡан әҫәрҙәренең береһе булған икән. Иң мөһиме, был өҙөктө йәш үҫмер шул тиклем матур итеп, тигеҙ һәм ваҡ ҡына хәрефтәр менән күсереп яҙған! Тап ошондай иҫ киткес каллиграфияны беҙҙең халыҡта "ҡаҙ теше һымаҡ итеп яҙылған" тиҙәр ҙә инде!
Ә бына 1934 йылдың 24 авгусында теркәп ҡуйылған яҙма икенсе төрлөрәк почерк менән, асыҡлабыраҡ әйткәндә, арамъяраҡ ҡул менән яҙылған. Психологтар почерктың төрлөсә булыуын, ғәҙәттә, кешенең күңел торошо менән бәйләүсән. Кем белә, бәлки, был көндә үлеменә бер йылдан да аҙыраҡ ваҡыт ҡалған 15 йәшлек Хәлит тә төрлө уйҙар солғанышында булғандыр... Өҫтәүенә, унда, яҙылғандарҙан аңлашылыуынса, үҫмер егет толчокка (иҫке әйберҙәр һатыла торған баҙар) барып ҡайтыуы, унда Лев Толстойҙың "Һуғыш һәм солох "романын тап итеүе, тик ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уныһының бары тик 2-се том ғына булып сығыуы, ә ҡалған томдарҙың, билдәһеҙ сәбәптәр арҡаһында, булмауы тураһында хәбәр итә...
Тағы ла айырым дәфтәр битенә яҙылып, ошо көндәлек-дәфтәр араһында һаҡланған бер ҡулъяҙма - хат айырым иғтибарға лайыҡ. Уның йөкмәткеһенән күренеүенсә, үҙенең үлеменән саҡ ҡына алдараҡ, атап әйткәндә, 1935 йылдың 21 ғинуарында яҙылған был хатында Хәлит, билдәһеҙ бер кеше тарафынан Мәжит Ғафуриға яҙылып, атаһы вафат булып ҡалыуы арҡаһында, яуап биреп өлгөрмәгән бер хатҡа яуап рәүешендә рус телендә яуап яҙған булған. Аңлашылыуынса, ул хат авторы халыҡ шағирына нисек яҙыусы булырға, тигән һорау ҡуйған булырға тейеш. Һәм бына нисек яуап бирә уға саҡ 16-сы йәше менән барған үҫмер бала: "Для того, чтобы быть писателем, нужно иметь особый поэтический талант, а так же необходимы знания. А для того, чтобы иметь знания, необходимо учиться и видеть. А будет ли он впоследствии поэтом или писателем - это вопрос времени... Здесь я советую или, вернее, повторяю слова великого Ленина: "Учиться, учиться и ещё раз учиться!". Бына нисек фекер йөрөтә әле балалыҡтан да сығып өлгөрмәгән Хәлит?!
Йәл, шулай үҙенсәлекле фекер йөрөтөү ҡеүәһенә эйә булған үҫмерҙең ғүмере бик иртә өҙөлә: 1935 йылдың октябрендә Раевка ҡасабаһы янындағы Чехов исемендәге санаторийҙа дауаланып ятҡан сағында Хәлит Мәжит улы Ғафури вафат булып ҡала һәм шундағы зыяратта ерләнә...
Миләүшә ҠЫҘРАСОВА әҙерләне
Читайте нас: