Айыу атырҙың аяғынан, бүре атырҙың бүркенән билгеле.Айыу балаһын алға һалһаң да иш булмаҫ.Айыу балаһын итәккә һалһаң да илекмәҫ, бүре балаһын бүреккә һалһаң да берекмәҫ.Айыу беләгенә, әҙәм белегенә ышана.Айыу ҡашҡа булмаҫ, яман яҡшы булмаҫ.Айыу өңөндә, ҡурҡаҡ өйөндә көслө.Айыу урманды һаҡлай, урман айыуҙы һаҡлай.Айыуға аҡыл өйрәткән - таяҡ, йүнһеҙгә аҡыл өйрәткән - һабаҡ.Айыуҙан ҡасҡан - бүрегә тарыған; дошмандан ҡасҡан - үлемгә тарыған.Айыуҙан ҡурҡҡан урманға бармаҫ, сиңерткәнән ҡурҡҡан иген икмәҫ.Айыуҙы айыу ашамаҫ, бүрене бүре ашамаҫ.Айыуҙы ла бейергә өйрәтәләр.Айыуҙы үҙ майы менән майлайҙар.Айыу сәмләнһә, ҡоралайҙы баҫтырыр.Айыуҙы үлтермәҫ борон тиреһен һатмайҙар.Айыуҙың үҙен тапҡас, эҙен эҙләмә.Айыу-бүре берекмәҫ.