-10 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
4 Ноябрь 2020, 11:00

МИЛЛӘТ ҠОТОН ҺАҠЛАЙ АҒИНӘЙҘӘР

Ҡатын-ҡыҙ әүәл-әүәлдән өй тотҡаһы, ғаилә усағын һаҡлаусы, бала бағыусы булып, билдәле осорҙан даирәһе киңәйеп, йәмғиәт кимәленә күтәрелде. Бөгөн ҡан-тамыры ырыҫын һаҡлау һағына баҫты һәм ошо йүнәлештә күҙгә лә күренер, күңелгә лә ятыр эштәр башҡара.

Ейәнсура районы «Ағинәйҙәр» ойошмалары республиканың әүҙем, һөҙөмтәле эшләп килеүсе ҡорҙарының береһе. Уларҙың үҙ йөҙө, әйтер һүҙе бар.
Иҫәнғол ауыл Советы биләмәһендәге Ағинәйҙәр ҡоро 2013 йылдан алып эшләй. Ветеран уҡытыусы Мөкәрәмә Зәйнулла ҡыҙы Мырҙабулатова етәкләгән ойошма ағзалары – йәмәғәт эшендә ҡайнап йәшәп өйрәнгән һәм хаҡлы ялда ла актив тормош позицияһын дауам иткән инәйҙәр. Быуындан-быуынға күсеп килеүсе изге аманат, аҫыл ҡомартҡы – халыҡ ижады ынйыларын һәм милли йолаларҙы тергеҙеүсе һәм таратыусы, ата-бабаларыбыҙҙың тәрбиә мәктәбен аяҡҡа баҫтырыусы, быуындар бәйләнешен булдырыусы ҡор булып ойошҡан улар.
Йәш быуынды тәрбиәләү маҡсатында СПТУ-ла, башҡорт гимназияһында, приютта балалар менән осрашыуҙар үткәрәләр. Башҡорт халҡының шөғөлдәре, ризыҡтары, йыр-моң, бейеү сәнғәтенә, көнкүрешенә арналған был сарала ағинәйҙәр уҡыусылар күңеленә рух өҫтәп, үҙҙәре лә илһамланып ҡайта. Ошо уҡ сараларҙа ҡыҙҙарға башҡорт ҡатын-ҡыҙының милли кейеме өлгөләрен күрһәтеп, түшелдерек (селтәр) тегеп, биҙәргә өйрәтәләр. Һәм, әлбиттә, «Һөнәрленең ҡулы алты», «Ейәнсура шәле – йөҙөк ҡашы» район, республика бәйгеләренең береһен дә ҡалдырмай улар. Башҡорт дебет шәле традицияларын үҫтереүгә булышлыҡ иткәндәре өсөн Иҫәнғол «Ағинәйҙәре» клубы командаһы «Башҡорт шәле – 2016» республика фестивалендә беренсе урын ала. Ағинәйҙәр араһынан Зөлфиә Бикбулатова, Хәмдиә Теләүбирҙина, Әлмира Йәғәфәрова, Ғәлиәбаныу Мөрсәлимова Гран-при яулайҙар. Республика ағинәйҙәре ҡорон үткәреү тәҡдиме менән дә сыға Иҫәнғол ағинәйҙәре. Ейәнсураның «Ал елкән» лагерында уҙған ҙур сара бындай ойошмаларҙың йәмғиәттәге әһәмиәтен асыҡ күрһәтте. Стәрлебаш районында үткәрелгән «Мөнәжәтселәр» ярышында Ейәнсураның 8 кешенән торған коллективы 1-се дәрәжә, яңғыҙ сығыш яһаусы Фәүзиә Мәүлитова «Иман нуры» дипломдарына лайыҡ булалар. Хәйбуллала үткәрелгән «Сәсән һүҙе – нур сәсә» төбәк-ара конкурсында яңғыҙ сығыш яһаусылар Фәүзиә Мәүлитова, Светлана Мәһәҙиева, Ғәлиәбаныу Мөрсәлимова төрлө дәрәжә дипломдар яулай. Сибай ҡалаһында үткән V төбәк-ара мөнәжәтселәр конкурсында Иҫәнғол ағинәйҙәре коллектив менән 2-се урын яулай. Яңғыҙ сығыш яһаусы М.Мырҙабулатова, С.Мәһәҙиева, Ф.Мәүлитова, Ә.Йәғәфәрова, Ғ.Мөрсәлимова дипломдар менән бүләкләнә.
Башҡарған эштәре лә, ниәтләгән уй-пландары ла бихисап ағинәйҙәрҙең. Милләтен, телен һаҡлап, ырыуын ҡурсалап ҡалҡандай баҫҡан ил инәләре төҫлө бөгөнгө был ойошмалар.
Сәләмәт тәндә – сәләмәт рух
2014 йылда ауыл китапханаларында компьютер ҡуйып, Интернет селтәренә тоташтыралар. Өмбәт китапханаһы «Өсөнсө быуын халыҡ университеты» программаһына ҡушылғас, оло йәштәгеләрҙе компьютер грамотаһына өйрәтеү өсөн хаҡлы ялдағыларҙы уҡытыуҙы ойошторалар. 15 кешенән торған төркөм туплана. Бер сәғәт компьютерҙа өйрәнгәндән һуң икенсе сәғәтендә физик күнекмәләр эшләйҙәр. Уҡыуҙы ла, күнекмәләрҙе лә бик оҡшаталар, ғөмүмән, аралашыу, уртаҡ шөғөл берләштерә. Шулай итеп, идея тыуа һәм китапханасы Гөлфирә Ғиззәтулла ҡыҙы Хәмиҙуллина сәләмәт йәшәү рәүешен үҙ итеүселәр өсөн фитнес-клуб ойоштора. Мәктәптең спорт залын һорап, шунда шөғөлләнә башлайҙар. Күнекмәләрҙе тәүҙә хаҡлы ялдағы физкультура уҡытыусыһы Асия Ҡотошова үткәрә. Аҙаҡ Гөлфирә Ғиззәтулла ҡыҙы үҙе Интернеттан өлкәндәргә яраҡлы күнегеүҙәрҙе видеодәрестәрҙән ҡарап өйрәтә. Ойошма ағзаһы Хәсәнә Сырлыбаева «Талҡаҫ» шифаханаһында тын алыу гимнастикаһын өйрәнеп ҡайта, күмәкләшеп уға өйрәнәләр. Күнекмәләрҙән һуң мотлаҡ рәүештә волейбол, пионербол уйнайҙар. Аҙнаның өс көнөн спорт залында үткәрәләр. Спорт залына килмәгәндәр кистәрен саңғыла шыуырға, скандинав йөрөүенә сыға. Был сара «Өсөнсө быуын халыҡ университеты» программаһына ярашлы тәүҙә хаҡлы ялдағылар өсөн генә булһа, артабан теләүселәр күбәйгәс, йәш буйынса сикләү ҡуймай, ауылдың бөтә сараларында ла ихлас ҡатнашҡан ҡатын-ҡыҙҙарҙан төркөм туплана. Йыл һайын спорт ярыштары, эстафеталар үткәрәләр. Велоспортты үҙ итеүселәр быйыл «Һыусыҡҡан» шишмәһенә сәйәхәткә барып, шишмәнең тирә-яғын таҙартып ҡайта. Өмбәттәр ойошмаларының йүнәлешен башлыса фитнес менән бәйләй, ләкин ҡатын-ҡыҙ ҡайҙа ла үҙ асылында – донъя ҡото, йорт эше ҡанына һеңгән. Бигерәк тә ейәнсуралар ҡул эшһеҙ тора алмай. Ҡул эше оҫталары Гөлсимә Ишмырҙина менән Зөмәрә Атнағолова ырғаҡ, энә менән бәйләү буйынса мастер-кластар күрһәтеп, заманса әйберҙәр, кейемдәр бәйләргә өйрәнгәндәр.
Өҫкәлек инәйҙәре
Үрге Муйнаҡ ауылы эргәһендәге «Ағинәйҙәр» клубы 2014 йылдан алып эшләй. Етәксеһе Финиза Әбделғужина әйтеүенсә, клубҡа килеүселәр өсөн йәш сикләүе юҡ. Иң өлкән ағинәй Шәмсиһан Танһыҡҡужинаға 90 йәш, Шәмсиямал Әбделғужинаға – 86, Рабиға Яҡшигилдинаға – 76.
Ауылдың төрлө йәштәге ҡатын-ҡыҙы бөтәһе бер маҡсатта – матур йолаларҙы тергеҙеү, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау, башҡорт ғаиләләренең абруйын күтәреү йүнәлешендә эшләй. «Ауылым биҙәктәре» сараһына оҙаҡ йылдар бейемдәре менән татыу йәшәгән апай-еңгәйҙәрҙе, күп балалы әсәйҙәрҙе, яңғыҙы ҡалып, бала тәрбиәләүсе ҡатындарҙы саҡырып, өлгөлө донъя көтөүселәрҙе тәбрикләйҙәр.
Ғәшиә Дәүләтҡолова менән Мәһиҙә Әбделғужина дин юлында. Район ағинәйҙәре Муйнаҡ эргәһендәге «Һыусыҡҡан» шишмәһе янында Мөнәжәт бәйгеһе ойоштора. Ағинәйҙәр Әүлиә ҡәберенә зыярат ҡыла, йорт-ергә именлек теләп, аят уҡыйҙар.
Клуб ағзалары «Хужабикә» бәйләм түңәрәгенә әүҙем йөрөй. Әле башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары кейеменең һуңғы ваҡытта популяр булып киткән селтәрен тегеп, биҙәргә өйрәнәләр. Йыл да үткәрелгән дебет шәл байрамында береһенән-береһе үҙенсәлекле шәлдәр менән күргәҙмәлә ҡатнашалар. Ағинәйҙәрҙең күбеһе «Өҫкәлек» фольклор ансамбле ағзаһы. Ауылдағы бер сара ла уларһыҙ үтмәй. Быйыл яҙ айында Ейәнсура ерендә үткән Республика ағинәйҙәре йыйынында ҡатнашып, ҡунаҡтар алдында сығыш яһайҙар.
Ағинәйҙәр спорт менән дә бик дуҫ. Фитнес менән шөғөлләнәләр, саңғыла шыуалар, скандинав йөрөүҙе үҙ иткәндәр, бассейнға йөрөйҙәр, сәйәхәт ҡылалар. Ғөмүмән, тормоштоң ҡәҙерен белеп, үҙҙәренең дә, башҡаларҙың да көнөн йәмләп йәшәйҙәр.
Бер күрешеү – бер ғүмер
Байдәүләт ауылының ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһын уларҙың йыр-моңға әүәҫлеге берләштерә. «Концерттарҙа сығыш яһап йөрөгән ҡатын-ҡыҙҙар 2010 йылда вокаль ансамбль төҙөргә булдыҡ», – ти ансамбль етәксеһе Фәнилә Батырйән ҡыҙы Байсурина. Исемде лә яттан, нәзәҡәтленән табалар – «Умырзая». Ансамблдә 10 ҡатын-ҡыҙ йөрөй, үҙҙәренең баянсылары ла бар. Репертуарҙа башлыса эстрада йырҙары. Кешеләрҙе бер-береһенә яҡынайтҡан, күңелдәрҙе бер тулҡында бәүелдергән хис-тойғолар даръяһы ул моң. Нәҡ шуға ла ансамбль ҡыҙҙарының уйҙары, эштәре, фекерҙәре бер. Концерттар йола байрамдары ойоштороу, төрлө саралар үткәреү, конкурстарҙа ауылы абруйын яҡлау кеүек эштәр менән бер рәттән хужабикәләргә генә хас ғәмәлдәр – ҡул эше, милли аш-һыу ризыҡтарын әҙерләү, тәжрибә уртаҡлашыу ғәҙәти күренеш. Ансамбль ҡатын-ҡыҙҙары район, республика сәхнәләрен дә үҙ иткән коллектив. Башҡортостан телевидениеһының «Бәхетнамә» тапшырыуында күрһәткәндәр.
Беҙ ауылға ингәндә хакимлыҡ иткән һиллек әллә ни арала таралып, халыҡ бер-бер артлы клубҡа ағыла башланы. Журнал хеҙмәткәрҙәре килгәнен белгәс, ауыл ветерандары Сәйҙә Мөхәмәтйән ҡыҙы менән Факил Фазыл улы Аҡсуриндар журналға яҙылып ҡалырға теләк белдерҙеләр. Ғүмере буйы механизатор булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан 81 йәшлек уҙаман хушлашҡанда: «Йышыраҡ килегеҙ, бер күрешеп һөйләшеү үҙе бер ғүмер бит», – тип ҡалды.
Бикбау «Әхирәттәре»
Санкция тип, көрсөк тиеп
Танауҙы төшөрмәйбеҙ,
Халыҡ йолаларын үтәп,
Шөкөр тиеп йәшәйбеҙ.
Ынтылабыҙ изгелеккә
Иманға һәм тәүфиҡҡа
Ошо ҡиммәттәрҙе тотһаҡ,
Беҙ ҡалмабыҙ хурлыҡҡа,
– тип таҡмаҡлай Ейәнсура районының Бикбау ауылы «Әхирәттәре». Ысынлап та, ҡасандыр ауыл советы урынлашҡан, гөрләп торған ҙур ауылдың бөгөн, заман шауҡымына эләгеп, тына төшөүенә зарланмай, мах бирмәй, йәнтөйәгенә йән өрөп, йәм биреп, гөрләтеп йәшәй хужабикәләр.
Ут күршеләш булып йәшәгән хужабикәләр «Әхирәттәр» булып ойошҡас, фекерҙәш тә, серҙәш тә, ижадташ та булып тағын да нығыраҡ яҡынаялар. Ауылдағы бөтә сараларҙа ла әйҙәүсе, ойоштороусы улар. Шулай уҡ республика кимәлендәге сараларҙа ла ҡыйыу ҡатнашалар. «Әхирәттәр» фольклор ансамбленең эшмәкәрлеге күп яҡлы: халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын тергеҙеү һәм һаҡлау, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау, тәбиғәтте һаҡлау, тыуған яғыбыҙҙың тәбиғәт ҡомартҡылары тип танылған урындарға сәйәхәт итеү, үҫеп килгән быуында илһөйәрлек тойғоһон тәрбиәләү, уларға рухи ҡиммәттәрҙең өҫтөнлөгөн аңлатыу маҡсатында төрлө саралар үткәреү, ауылда концерттар, кисәләр ойоштороу, спектаклдәр ҡуйыу, оло йәштәге ауылдаштарының юбилей кисәләрен үткәреү, дини байрамдарҙы билдәләү һәм башҡалар. Бөтә сығыштарға, кисәләргә шиғырҙы ансамблдең ағзаһы Нурия Әлмөхәмәтова яҙа. Күптән түгел әхирәттәр район үҙәгендә бер иштән күлдәк тектереп, заманлаштырылған түшелдерек (колье) алып таҡҡандар. Һуңғы йылдарҙа пропулярлыҡ алған «Кәкүк сәйе», «Ҡар һыуына барыу» кеүек йола байрамдары ололар менән йәш быуындың өгөт-нәсихәтһеҙ генә тығыҙ аралашыуына, күсәгилешлек ебен булдырыуға, йәш быуынды милли асылыбыҙға ылыҡтырырға булышлыҡ итә. Әхирәттәр ял сәғәттәрендә кис ултыра, аш-һыу серҙәре менән бүлешә, китап уҡый, әңгәмә ҡора.
Унан ҡалһа ейәнсураларҙың быуындан-быуынға күсә килгән шөғөлө – шәл бәйләү. Шөғөлдән кәсепкә күскән был эш бөгөн инде сәхнәне лә биҙәй. Башҡорт шәле республика байрамында «Әхирәттәр» йыл да ҡатнашып, призлы урындар ала. Быйыл, мәҫәлән, Ейәнсура шәлен рекламалауҙа Бикбау «Әхирәттәре» беренсе урынға сыға.
Өлкән быуын вәкилдәре өсөн ойошторолған Халыҡ университеты программаһында ҡатнашып, «Сәләмәт йәшәү рәүеше» йүнәлешен һайлайҙар һәм спорт залында хатха-йога гимнастикаһы менән шөғөлләнәләр, скандинавса йөрөүҙе лә үҙ иткәндәр.
Ҡатын-ҡыҙ әүәл-әүәлдән өй тотҡаһы, ғаилә усағын һаҡлаусы, бала бағыусы булып, билдәле осорҙан даирәһе киңәйеп, йәмғиәт кимәленә күтәрелде. Бөгөн ҡан-тамыры ырыҫын һаҡлау һағына баҫты һәм ошо йүнәлештә күҙгә лә күренер, күңелгә лә ятыр эштәр башҡара
Әнисә ҒИБАҘУЛЛИНА
Читайте нас в