+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
3 Ноябрь 2020, 11:45

Төркөмдәштәр, телмәрегеҙҙә мәҡәлдәрҙе, әйтемдәрҙе күп ҡулланаһығыҙмы?

Ниндәй мәҡәлде, әйтемде бигерәк тә яратып ҡулланаһығыҙ?

Мәҡәл — халыҡ ижадында тормош тәжрибәһенән сығып, ыҡсым ғына итеп әйтелгән тәрән мәғәнәле тапҡыр һүҙ. Әйтем — һамаҡлап әйтелгән һүҙ; башҡорт фольклорында тормоштоң айырым бер күренешенә ситләтеп, кинәйәләп йәки образлы итеп баһа биргән тотороҡло һүҙбәйләнеш; идиоматик әйтем составы һәм төҙөлөшө тотороҡло булған, мәғәнә яғынан бер бөтөн әҙер телмәр берәмеген тәшкил иткән, лексик яҡтан ойошҡан һүҙбәйләнеш. Мәҡәл һәм әйтемдәрҙә халыҡ үҙенең быуаттан-быуатҡа һуҙылған тормош тәжрибәһен, тапҡыр аҡылын, яҡшылыҡҡа булған ынтылышын сағылдырған. Улар тормошта осрай торған күренештәрҙе күҙәтеү нигеҙендә барлыҡҡа килгәндәр. Афористик жанрҙар үҙҙәренең тәбиғәте менән күп яҡлы, улар халыҡтың һөйләү - телмәрен биҙәү, матурлау өсөн уның тыңлаусыға тәьҫир көсөн, образлылығын арттырыу сараһы булараҡ ҡулланылалар.
Миләүшә ҠЫҘРАСОВА әҙерләне
Читайте нас: