Балауыҙ — үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһында киң таралған юғары майлы кислоталарҙан һәм иң юғары молекулалы спирттарҙан торған ҡатмарлы эфир.Бал ҡорто балауыҙы - эшсе ҡорттарҙың ҡорһаҡ аҫтында урынлашҡан балауыҙ биҙҙәре бүлеп сығарған матдә. Ул 200-ҙән ашыу төрлө берләшмәнән тора.Борон-борондан ололар балауыҙлы май эшләп ҡулланғандар. Ярты йомғаҡ һыйыр майы, ҡош майына йоҙроҡ ҙурлығы балауыҙ ҡушып, әкрен генә ҡайнатып сығарылған балауыҙлы май яраларҙы тиҙ бөтәштерә. Балауыҙҙың тағы ла ниндәй шифаһын һәм нисек итеп ҡулланыу ысулдарын беләһегеҙ? Уртаҡлашығыҙ әле, төркөмдәштәр!