-7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
1 Ноябрь 2020, 11:00

Талант эйәһе

Ул кинопремия тарихында иң күп номинациялары булған лауреат булараҡ тарихҡа инеп ҡала, үҙ карьераһында «Алтын глобус» премияһына 34-се тапҡыр номинациялана.

Мерил Стрип – Американың театр һәм кино актрисаһы. «Оскар», «Алтын глобус», «Эмми», MTV, «Сезар» премиялары эйәһе. Голливудта Дан аллеяһында үҙ йондоҙо бар. Бынан тыш, Канн һәм Берлинда үткән иң абруйлы кинофестивалдәр бүләген алыусы. Эксперттар йыш ҡына уны хәҙерге заман кинематографының иң күренекле вәкилдәренең береһе һәм үҙен брендҡа әйләндермәгән берҙән бер кеше тип һанай. «Оскар» номинациялары һаны буйынса уға әлегә тиңдәр юҡ, уның хеҙмәттәре араһында аҙык-түлек продукттарында пестицидтар ҡулланыуҙы тыйыу тураһындағы закон да бар.
Бала сағы
Мэри Луиз Стрип 1949 йылдың 22 июнендә Саммит ҡалаһында (Нью-Джерси штаты) донъяға килә. Уның тамырҙарында швейцар, голланд һәм ирланд ҡаны аға. Атаһы Гарри Уильям Стрип — фармацевтика компанияһы менеджеры, әсәһе Мэри Вульф — рәссам, ғаиләлә тағы Дэн һәм Гарри исемле ҡустылары бар. Урта белем алғас, ҡыҙ башта колледжда, һуңынан Йель драма мәктәбендә драма сәнғәтен өйрәнә. Уны тамамлағас, Стрип Бродвейҙы яуларға сығып китә. Беренсе «Тони» премияһын ул «Двадцать семь вагонов хлопка» пьесаһында уйнаған өсөн ала.
Фильмдары
Актрисаның кинематографик биографияһы 1977 йылда Фред Циннеманндың тулы метражлы «Джулия» картинаһынан башлана. Фильм өс «Оскар» премияһын яулай. Ошо фильмдан һуң Мерилды режиссерҙар күреп ҡала һәм «Охотник на оленей» хәрби драмаһында һиҙелерлек роль тәҡдим итәләр. Картина 9 тапҡыр «Оскар» премияһына номинациялана, бишәүһен ала. Шул уҡ 1977 йылда Марвин Чомски төшөргән «Холокост» минисериалында немец ҡатын-ҡыҙы Инга Хельм ролен башҡара. Был фильмға ул тик аҡсаға мохтаж булғанға күрә риза була. Минисериал «Эмми» премияһының 8 һәм «Золой глобус»тың ике бүләген ала. Мерилға иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле өсөн «Эмми» тапшырыла.
1979 йылда Мерил Стрип Вуди Аллендың «Манхэттен» комедияһында, Джерри Шацбергтың «Соблазнение Джо Тайнена» һәм Роберт Бентондың «Крамер против Камера» социаль драмаһында уйнай. Һуңғы фильм айырыуса күп премиялар ала, тәнҡитселәр һәм тамашасылар тарафынан да бик яҡшы ҡабул ителә. Бала өсөн ире менән судлашып йөрөгән ҡатын образы өсөн беренсе «Оскар» премияһына лайыҡ була.
Тиҙҙән экрандарға «Женщина французского лейтенанта» һәм «Выбор Софи» фильмдары сыға. Һуңғы фильмда Стрип һуғыш йылдарында Америкаға эмиграцияланған поляк ҡатын-ҡыҙы Софи Завистовскиҙы уйнай. Был роле өсөн Мерил Стрип «Оскар» премияһының икенсе статуэткаһын һәм өсөнсө «Алтын глобусты» ала.
Фред Скеписиҙың «Крик в темноте» драмаһы актрисаға «Оскарға» һәм «Алтын глобусҡа» номинациялар һәм Канн фестиваленең иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле өсөн бүләген килтерә.
Голливуд йондоҙо ҡатнашлығында иң уңышлы һәм танылған фильмдарҙың береһе – «Дьявол носит Prada» комедия драмаһы. Картинаның касса уңышы 300 млн. долларҙан артып китә.
2000 йылда Мерил Стрип Стивен Спилбергтың «Искусственный разум» фантастик драмаһындағы Феяны тауышландыра. Бер йылдан һуң Спайк Джонзтың «Адаптация» трагикомедияһында журналист Сьюзан Орлеанды уйнай. Был роль өсөн «Алтын глобустың» дүртенсе статуэткаһын, «Оскар» һәм BAFTA премиялары номинацияһын ала.
2003 йылда Мерил Майк Николстың «Ангелы в Америке» минисериалында дүрт төрлө ролде башҡара һәм «Эмми» премияһының икенсе статуэткаһын һәм бишенсе «Алтын глобусты» ала. Бынан тыш, 2004 йылда Стрип Рәсәйҙең «Ышанам. Константин Станиславский» премияһы менән бүләкләнә.
2008 йылда бик сағыу «Мама миа!» мюзиклы донъя күрә, унда Мерил барыһы ла яраткан ABBA легендар хиттарын башҡарып бейеүсе харизматик Донна ролен уйнай. Фильмды тамашасылар ҙа, кино тәнҡитселәре лә бик йылы ҡабул итә. Ә актерҙар составы һәм бигерәк тә Стрип башҡарыуындағы йырҙар хатта «Грэмми» премияһына тәҡдим ителә.
2011 йылда Филлида Ллойдтың «Железная леди» фильмында Мерил Бөйөк Британия премьер-министры Маргарет Тэтчерҙы башҡара. Уның өсөн Стрип 26-сы тапҡыр «Алтын глобус» премияһы кандидаттарына эләгә һәм һигеҙенсе тапҡыр уға лайыҡ була. Шулай уҡ BAFTA премияһының икенсе, «Оскар» премияһының өсөнсө статуэткаһын ала.
2012 йылда Мерил Стрипҡа Берлин кинофестиваленең «Алтын айыу» маҡтаулы бүләге тапшырыла. Абруйы һәм танылыуы өсөн 2011 йылда Джон Кеннеди исемендәге үҙәгенең махсус премияһы менән бүләкләнә, уны АҠШ президенты Барак Обама тапшыра.
Стриптың һәр бер роле тиерлек – бүләк. Шулай итеп, сираттағы приздарҙы «Чем дальше в лес...» (2014) драмаһы һәм «Примадонна» мюзиклы алып килә.
Шәхси тормошо
Мерил Стрип Нью-Йоркта «Мера за меру» спектакле өҫтөндә эшләгәндә актер Джон Казале менән осраша һәм 1979 йылда улар никахлаша. Әммә йәштәрҙең бәхете оҙаҡҡа бармай: табибтар Джонда тиҙ көсәйә торған яман шеш ауырыуы таба. Был пар 3 йыл бергә йәшәп ҡала, Казале яратҡан ҡатыны ҡулында үлә. Стрипты ауыр депрессиянан эш ҡотҡара. Скульптор Дон Гаммер менән осрашыу ҙа яҙмыш бәхетһеҙлеген еңергә булышлыҡ итә. Был никахта дүрт бала — бер ул һәм өс ҡыҙ донъяға килә. Мэри һәм Грейс –актриса, Хэнк – музыкант, ә иң кеселәре Луиза — модель.
2019 йылда Мерил Стрип өләсәй була. Бенджамин Уокер менән айырылышҡандан һуң Мэри Гаммер продюсер Мехар Сетхиға кейәүгә сыға һәм ул таба.
Мерил Стрип бөгөн
2018 йылдың көҙөндә режиссер Ол Паркерҙың «Mamma Mia-2» фильмы донъя күрә. Мюзиклда Мерил менән бергә Шер, Пирс Броснан, Лили Джеймс һәм Колин Ферт уйнай. Шул уҡ йылда Эмили Блант менән төп ролдә «Мэри Поппинс возвращается» мюзиклы экрандарға сыға. 2019 йылда «Прачечная» биографик драмаһында төшә. Фильм Венеция кинофестиваленең «Золотой лев» бүләгенә номинациялана.
Шул уҡ 2019 йылда «Большая маленькая ложь» сериалында Мерил икенсе пландағы ролде башҡара. Ул бында Риз Уизерспун, Николь Кидман, Зои Кравиц һәм Шейлин Вудли кеүек йондоҙҙар менән уйнай. Ошо икенсе, әммә ғәжәйеп көслө роле аркаһында, Мерил Стрип үҙ карьераһында «Алтын глобус» премияһына 34-се тапҡыр номинациялана. Ул кинопремия тарихында иң күп номинациялары булған лауреат булараҡ тарихҡа инеп ҡала.
Читайте нас: