+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
1 Ноябрь 2020, 13:55

НОЯБРЬ АЙЫНДА ҺАУА ТОРОШО ҺӘМ ҺЫНАМЫШТАР

Башгидрометүҙəк фаразлауынса, көҙҙөң һуңғы айы ғəҙəттəгегə ҡарағанда йылы булмаҡсы. Термометр бағанаһы

-4 градустан түбəн төшмəйəсəк, уртаса -3, -4 һыуыҡ көтөлə. Айлыҡ яуым-төшөм уҙған йылдағы кеүек – 30-60 мм. Ноябрҙə Башҡортостанда уртаса һауа температураһының норманан 1 градусҡа юғарыраҡ булыуы көтөлə. Айлыҡ яуым-төшөм күлəме – уҙған йылдағы кеүек.
ҺЫНАМЫШТАР
1 ноябрҙә ямғыр өҫтөнә ҡар яуһа, йәй һалҡын килер, бесән уңыр.
9 ноябрҙә бәҫ ҡунһа, алдағы көндәр – һыуыҡ, томан булһа, йылы булыр.
Көҙ оҙон килһә, яҙ һуң килер.
Көҙ аҙағында түңәрәк-түңәрәк ваҡ ҡына боҙ яуһа, ҡыш һыуыҡ булыр.
Беренсе ҡар көндөҙ яуһа – ҡыш һыуыҡ, төндә яуһа – йылы килер.
Йорт ҡоштары баштарын ҡанаттары аҫтына йәшерһә, көн һалҡынайыр.
Ҡаҙ-өйрәктәр ҡарҙа ҡойонһа, көн йылыныр, буран булыуы ихтимал.
Ҡырмыҫҡалар бейек иләү яһаһа – һалҡын ҡышҡа.
Читайте нас: