Барымта - төрки һәм монгол халыҡтарында йола хоҡуғы нормаһы, малды, мөлкәтте, йә иһә урланған ҡыҙҙы, ырыу йәки ҡәбиләнең башҡа ағзаларын көс менән ҡайтарып алыу. Бәхәсте тыныс юл менән хәл итеп булмаған осраҡта, кәмһетеү һәм матди зыян өсөн үҙенсәлекле үс ҡайтарыу ысулы булған. Ҡарымта булдырмаҫ өсөн барымта тураһында алдан хәбәр ебәреү ҡабул ителгән була. Аҡрынлап мал алып ҡасыу маҡсатында ойошторолған баҫҡынсылыҡ осраҡтарының бөтәһе лә Барымта тип атала башлай. “Аҡбуҙат”, “Бабсаҡ менән Күсәк” кеүек эпостарында сағылыш тапҡан. ҠАРЫМТА - төрки һәм монгол халыҡтарында ғаилә йәки ырыу ағзаһын үлтергән осраҡта ҡанлы үс алыуға юл ҡуйған йола хоҡуғы нормаһы. Шулай уҡ урланған ҡыҙ, ҡыуып алып кителгән мал, талап алынған мөлкәт арҡаһында килеп тыуған низағты тыныс юл менән хәл итеү мөмкинлеге булмағанда үс алыу ысулы булған. Ҡан ҡойоуға юл ҡуймау сараһы рәүешендә барымта кеүек иҫкәртеү сараһы ҡулланылған һәм, аҡрынлап барымта менән алмаштырылған. Башҡорттарҙа Ҡарымта “Аҡбуҙат”, “Бабсаҡ менән Күсәк” кеүек эпостарҙа сағылыш тапҡан. Әҙәбиәт: Валеев Д.Ж. Нравственная культура башкирского народа: прошлое и настоящее. Уфа, 1989. Фукс С.Л. Барымта (Учёные записки)