Уның таң ҡалдырыр моңона тиңИлаһи йыр әле яҙылмаған...
Ун бармағым менән хасил итерЙондоҙҙарым әле ҡабынмаған.Күңелдең иң нескә ҡылын сиртерАуаздарым көйгә һалынмаған!
Өтәләнәм өлгөрә(а)лмайынса:Матур эштәр дауам көтә минән,Көндәр елеп үтә Төндәр етмәй!Үлсәмдәрем әллә башҡа микән?!...
...Тәрән үҙәктәге ҡар аҫтынанҠаушап ҡына көнгә морон төрткәнҺуңлап асылған да умырзаямҮкендерер инде...Иртә кипһә.