– Ниңә үҙеңде шул хәтлем яфалайһың? – тип һорай ғалим.– Балаларымдың, ейәндәремдең бәхете өсөн тырышам, – ти бабай. – Олатайым да, атайым да шулай ғүмер буйы ғаиләһе хаҡына бил бөктө. – Ә уларҙың балалары бәхетле булдымы һуң?– Юҡ, әммә минекеләр мотлаҡ бәхет татыясаҡ!– Хәреф танымаған кеше башҡаны уҡырға өйрәтә алмаҫ, һуҡыр сысҡан да бөркөт тәрбиәләргә эшкинмәҫ, – ти ғалим. – Һиңә кәңәшем шул, уҙаман: иң тәүҙә үҙең бәхетле булырға өйрән, шунан ғына балаларыңды нисек ырыҫлы итергә икәнен аңларһың.