+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
29 Октябрь 2020, 12:00

Үҙ ҡулдарың менән тыуҙырған матурлыҡҡа ни етә!

- Үҙ ҡулдарың менән тыуҙырған матурлыҡ менән кешеләрҙе һоҡландырып, илһамландырып йәшәүҙәргә ни етә! - ти, ҡул эштәре оҫтаһы, Өфө ҡалаһында йәшәүсе Римма апай Абаҡова.

- Мин Баймаҡ районы, Урғаҙа ауылында тыуғанмын. Атай-әсәйем ябай ғына хеҙмәт кешеләре. Атайымды "алтын ҡуллы механик" тип йөрөттөләр. Әсәйем ҡул эштәре оҫтаһы булды, бик матур дебет шәлдәр бәйләй ине. Ғаиләлә беҙ биш бала үҫтек - дүрт малай һәм мин - бер генә бөртөк ҡыҙыҡай. 15 йәш кенә сағымда Өфөгә, мәктәпкәсә белем биреү училищеһына уҡырға сығып киттем. Уны тамамлағас, юғары уҡыу йорттарына имтихан тапшырырға теләп. БДУ-ға юлландым. Унда бик престиж уҡыу йорто - Мәскәү педагогия институтына имтихандар ҡабул итәләр ине. Уларҙы уңышлы тапшырып, Мәскәүҙә уҡыным. Дефектолог-логопед һөнәре алып сығып, 1970 йылдан башлап, үҙ һөнәремә тоғро булып, төрлөбелем биреү һәи һаулыҡ һаҡлау учреждениеларында эшләнем. 69 йәшемә тиклем халҡыма хеҙмәт иттем. Тормош иптәшем дә юғары уҡыу йортонда уҡытты. Ике ул тәрбиәләп үҫтерҙек. Балаларым итәғәтле, белемле булып үҫтеләр, юғары уҡыу йорттарын тамамлап, ғаиләләре менән йәшәйҙәр, ейәндәр менән ҡыуандыралар. 66 йәшем тулған саҡтан "таҫма менән сигеү" тигән шөғөл менән мауығып киттем. Был матур эштәр интернет селтәрҙәрендә бер күреү менән үҙенә йәлеп итте. Китаптарҙан уҡып оҫталығымды камиллаштырҙым. Эштәрем юғары баһалана, газета-журналдарға, телевидениеға оҫталыҡ серҙәрем менән бүлешергә саҡырыуҙар алып торам. Белгәндәремде ихлас өйрәтәм, уртаҡлашам. "Селтәр" студияһында ла шөғөлләнә башланым, сөнки күңелемә башҡорт милли биҙәүестәре, кейемдәре бик яҡын. Бөтә белгәндәремде өйрәтеп мәктәптәргә, балалар баҡсаларына йөрөйөм. Күргәҙмәләр ойошторам. Үҙ ҡулдарың менән тыуҙырған матурлыҡ менән кешеләрҙе һоҡландырып, илһамландырып йәшәүҙәргә ни етә! Миләүшә ҠЫҘРАСОВА
Читайте нас: