+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
29 Октябрь 2020, 16:04

СӘНСКЕ

Ҡорбанына ярһып ташланған арыҫлан ҡапыл туҡтап ҡала һәм ирҙең ҡулын ялай башлай.

Борон заманда бер илдә бик ҡурҡыныс хөкөм булған. Ғәйепле тип танылған кешеләрҙе ас арыҫландарға теткеләргә ташлағандар. Ә йыйылған халыҡ был хәлде күҙәтеп торған.
Ул көндө үҙенең хужаһынан ҡасҡан ҡолдо ғәйепле тип табып, хөкөм итәләр. Уны бейек стеналар менән уратып алынған арена тип аталған майҙанға индерәләр. Күп тә үтмәй, унда ун көн буйы ашамаған арыҫланды ла ебәрәләр. Ҡорбанына ярһып ташланған арыҫлан ҡапыл туҡтап ҡала һәм ирҙең ҡулын ялай башлай.
Бөтәһе лә аптырашта ҡала. Ҡолдан был арыҫландың уға ҡарата миһырбанлы булыуының сәбәбен һорайҙар. Ул шулай тип яуап бирә:
- Бер ваҡыт мин был арыҫланды урманда осраттым. Уның тәпәйенә үткер сәнске ҡаҙалғайны һәм ул ауыртыныуҙан һыҙлана ине. Мин уның тәпәйенән сәнскене тартып сығарҙым, шул ваҡыттан алып беҙ дуҫтар булып киттек.
Ҡолдоң һөйләгәндәре халыҡҡа бик ныҡ тәьҫир итә. Арыҫланды ла, ҡолдоң үҙен дә иреккә сығаралар. Ҡол артынан тыңлаусан бесәй һымаҡ эйәргән арыҫланды кешеләр аптырап, һоҡланып күҙәтә.
Бәйғәмбәребеҙ ҡалай матур әйткән бит:
“Башҡаларҙы ҡайғыртыусыларға Аллаһы Тәғәлә лә миһырбанлы. Ер йөҙөндә йәшәүселәргә изгелекле, хәстәрле булығыҙ – Күкте биләүселәр һеҙгә аяулы булыр”.
“Балалар өсөн 40 хәҙис хикәйәттәре” китабынан.
Читайте нас: