Ышаныуҙар буйынса, ожмах аты. Тау менгәндә, төшкәндә аяҡтары оҙонайып киткән, менеп йөрөүгә уңайлы булған мифик ат. Ышаныуҙар буйынса, аттың ҡанаттары ла бар, икән. Был мифик зат башҡорт мифологияһына ислам дине, Ҡөрьән менән килеп ингән. Ислам мифологияһында ал-Бурак Мөхәмәт пәйғәмбәрҙең Мәккәнән Иерусалимға килгән аты. Уны мосолмандар аҡ төҫтәге ҡанатлы, кеше сырайлы ат, ишәк итеп күҙ алдына килтерә.