Ғәлиә тәҙрәнән күҙен дә алмай ҡарап тик ултырҙы. Өйөрөлөп, тәүге ҡар яуа. Өй баштары ап-аҡ булды. Ағастар, әйтерһең, аҡ селтәр бөркәнеп алды. Түҙмәне Ғәлиә, санаһын һөйрәп, урамға йүгерҙе. Ҡашҡары ла артынан ҡалманы. Шаян да инде көсөгө! Ғәлиәне ҡыуып етмәксе булып сапты-сапты ла, күҙҙәрен йылтыратып, санаға менде лә ултырҙы.— Әйҙә, Ҡашҡар, бер рәхәтләнеп ҡал! — тип ҡысҡырып көлдө Ғәлиә.Көсөк тә улай әҙәпһеҙ түгел. Ултырып барҙы- барҙы ла, «йә, етер миңә!» — тигәндәй, төшөп калды.Урамда уйнарға бер кем дә булмағас, Ғәлиә үҙен үҙе ҡар менән ҡойондорорға тотондо. Өҫтө-башы ап-аҡ булды. Уны Ҡарһылыу тип уйларһың хатта. Ҡашҡар ҙа, дуҫынан күрмәксе, эй тәкмәсләй ҡарҙа, эй тәкмәсләй.Күпме генә уйнаһаң да, бер яңғыҙың ҡыйын шул. Ғәлиә Санияларға йүгерҙе. Ишектән барып ингәнендә, әхирәте тәҙрәгә ҡапланып урамға екләгәйне.— Тышта эй рәхәт! — Уйланып ултырған Сания Ғәлиәнең һүҙҙәренән тертләп китте. Шунан көлөп ебәрҙе:— Пальто юҡ.Ғәлиәнең иҫе китте:— Әсәйең кисә генә һатып алып ҡайтты ла инде, ҡайҙа ҡуйҙың?— Миңә пальто бар ҙа бит, Ләйсәнгә — юҡ.— Кем ул Ләйсән?— Ҡурсағым.— Ул, һинең Ләйсәнең, өшөй белмәй ҙә инде.— Өшөй шул.— Әйҙә, беҙ Ләйсәнде шәлгә төрәйек.- Шулай иткән, ти, берәү. Ғәлиә нисек кенә ялынмаһын, Сания уйнарға сыҡманы.— Ҡашҡарым мине һеҙҙең ишек төбөндә көтөп ҡалғайны. Апайым оҙаҡланы, тип асыуланыр, — тине лә Ғәлиә, көсөгөн эйәртеп, ҡайтып китте.Сания көнө буйы Ләйсәне менән уйнай. Әсәләре эшкә киткәс, иҙән һепереп сығара — Ләйсән ҡарап ултыра. Шунан улар икәүләп матур китаптар ҡарайҙар. Сания йоҡлағанда, Ләйсән дә серем итә. Хатта улар бер-береһенә оҡшаған да төҫлө: икеһе лә зәңгәр күҙле, һары сәсле. Ҡайҙа барһа ла, Сания ҡурсағын үҙе менән бергә йөрөтә.Тағы йылпылдап килеп инде Ғәлиә.— һөйөнсө! һөйөнсө! — тине ул, сәпәкәй итеп. — Хәҙер Ләйсәнгә пальто тегәбеҙ.Ғәлиә өҫтөн ҡабалана-ҡабалана һалды, ҡара толомдары ҡыуанышҡан төҫлө һикерәнләне. Ул сумкаһынан һоро туҡыма киҫәге килтереп сығарҙы. Ҡара кәтүк менән ҡайсы алырға ла онотмаған бит әле.Икенсе көндө тағы килде Ғәлиә Санияларға. Бөгөн улар Санияның иҫке һары йөн шәленән Ләйсәнгә пальто бестеләр. Ғәлиәнең йөҙө етди ине:— Тегәбеҙ, тигәс, тегәбеҙ. Вәт күрерһең.Көн һайын төрлө туҡыма киҫәктәренән пальтолар тегә торғас, ял көнө лә килеп етте. Ләйсәндең пальтоһы бер генә түгел, бишәү ине инде хәҙер. Тик береһенең еңе һыймай, икенсеһен бөтөнләй кейҙереп булмай. Өсөнсөһө ҡыҫҡа... Ә ҡыҙҙар аптырап торманы: Ләйсәнгә пальтоларҙы өҫтө-өҫтөнә кейҙерҙе лә урамға уйнарға сыҡты. Ҡашҡар уларҙы ишек төбөндә көтөп тора ине. Өшөп бөткән шикелле, бахырҡай. һалҡынға ла түҙергә риза ул, тик Ғәлиә апаһы үҙ артынан эйәртһен генә.Ләйсәнде төшөп ҡалмаһын өсөн санаға һәйләп ултырттылар ҙа тау шыуырға киттеләр. Ҡашҡар Ләйсәнде сана артынан ҡарап барҙы.— Ҡашҡарға ла пальто тегәйек, — тине Сания, көсөктө һөйөп. — Юҡһа, беҙгә ныҡ үпкәләр. Бөтәбеҙ ҙә йылы кейенгәнбеҙ. Ул бер үҙе, меҫкенкәй, пальтоһыҙ...