+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
27 Октябрь 2020, 15:16

Ябайлығы менән күркәм минең дуҫ

"Беҙҙең арала ялған докторҙар, ғалимдар бик күп булып китте, улар араһында бысранып йөрөгөм килмәй. Үҙемдән күберәк, тәрәнерәк белгән иҡтисад докторҙары осраманы әле. Төрлө исем һоранып йөрөгән кешеләргә хайран ҡалам. Был кәсептәрен уларҙың ҡараш тарлығы менән аңлатам. Төрлө награда, исем алғансы, Илдар Ғәбитов тигән исем булдырыу өҫтөнөрәк тип иҫәпләйем. Ысын ғалим үҙе өйрәнгән фәнде ябай халыҡҡа аңлатып бирә алырға тейеш тигән фекерҙәмен. Әгәр фән докторының быға хәленән килмәй икән, ул ғалим түгел. Шунлыҡтан үҙемде доктор булмаһам да, ғалиммын тип иҫәпләйем".

Ауыл кешеһенең, ҡала еренә аяҡ баҫҡас, бик яҡлауһыҙ ҡалғанын үҙемдән беләм. Ҙур ерҙә эшләмәһәм дә ауылдашым, батып барған еренән һалам бөртөгөнә тотонғандай, ярҙам һорар өсөн күҙ төбәп килгәс, баҙап ҡалдым. Үҙемдең ҡулымдан килерҙәй түгел шул уға ярҙам итеү. Бер аҙ уйланғандан һуң, быға тиклем бер һүҙемде лә йыҡмаған дуҫыма мөрәжәғәт итергә булдым. Һәм яңылышманым. Хәлде тасуирлап биргәс, ул беҙҙең әле ҡайҙалығыбыҙҙы һораны ла, ярты сәғәттән килеп етәсәген әйтте.
Ҡоролтай эргәһендәрәк эскәмйәлә көтәбеҙ уны. Был тирә, исеме үҙе үк әйтеп тороуынса, гел уажный кешеләр менән тулы. Килеп туҡтаған бер текә машинанан төшкән галстуклы, дипломат тотҡан ағайҙарҙы юлдашым өмөт менән ҡаршы алып, күҙҙәре менән оҙатып ҡала. Йәнәһе, беҙгә ярҙам итә торған теге кеше түгелме икән. Ә мин дуҫымдың ҡайһы яҡтаныраҡ киләсәген тоҫмаллайым – автобус туҡталышы яғына боролобораҡ ултырғанмын. Бына, тәғәйен ваҡытҡа беҙҙе «ҡотҡарыусы» ла күренде. Юлдашым футболка кейгән, еңел йәйге салбарҙағы һәм буш ҡулдарын еңел һелтәп килгән уртаса кәүҙәле иргә илтифат та бирмәй – беләм, ул текә машинала килеп төшкән дипломатлы олпат ағайҙы көтә...
- Һаумыһығыҙ! Оҙаҡ көттөрҙөммө әллә? – тип йылмайып килеп туҡтаны дуҫым эргәбеҙгә.
- Ошо була инде Илдар Ғәбитов...
Илдарҙың холоҡ-фиғелен, булмышын белмәгәндәр өсөн ысынлап та уның эшкә һәм эштән йәмәғәт транспортында йөрөүе, тыуған районына, ауылына йәки ҡайныһы йортона текә машинала тәкәббер ҡиәфәттә ҡайтып төшмәүе сәйер тойола. Сөнки беҙ башлыса ҡалыптарға күнеккәнбеҙ: уҡымышлы һәм урын биләүсе кеше, йәнәһе, текә һәм фырт булырға тейеш! Ә беҙҙең Илдар, урыҫ әйтмешләй, итексе кеүек ябай. Олпат вузда олпат дәрәжә биләүенә ҡарамаҫтан. Уның обыватель өсөн тағы ла бер сәйер яғы: пинжәк менән галстукты йәне һөймәй – күлдәк менән еңел свитерҙы хуп күрә. Күрәһең, ялан еле кеүек, иректе, еңеллекте, бойондороҡһоҙлоҡто һөйгәнгәлер. Иркенлектә, киң ҡыр-яландарҙа, тау-урмандар араһында үҫкәнгә шулай ул. Ә ул тыуып үҫкән Әбйәлил районының Буранғол ауылы нәҡ ошондай хозур тәбиғәт мөйөшөндә урынлашҡан. Хәйер, кешенең булмышы ниндәй заттан булыуына, ниндәйерәк ғаиләлә тәүге тормош һабаҡтарын алыуға ла бәйле бит. Ә Илдар үҫә, олпатлана килә саҡматаштай аҡ та, ныҡ та, кәрәк мәлендә ҡаты ла, ҡыҙыу ҙа холоҡло, бер һәм ир һүҙле, эшлекле атаһына бер тамсылай оҡшағанлығын ап-асыҡ тоя барҙы. Һәм ошо атай тәрбиәһе, атай өлгөһө тормошонда ла күп уңыштарға өлгәшергә ярҙам иткәнен яҡшы белә ул. Улдары Тимур менән Бәхтийәрҙе тәрбиәләгәндә лә ул йыш ҡына, бындай осраҡта һин нишләр инең, тип, күңеленән генә атаһына мөрәжәғәт итә лә шунда уҡ яуабын да таба. Эйе, атайым нәҡ ошолай эшләр ине, тигән ышаныс уға дөрөҫ йүнәлеш алыуға булышлыҡ итә.
Атаһының шахмат яратыуы шауҡымы аҫтында Илдар ҙа шахматты яратып үҫә. Мәктәптә уҡыған йылдарында уҡ спорттың ошо төрө буйынса район, Әбйәлил, Бөрйән, Учалы, Белорет зонаһы чемпионы исемен алыуға өлгәште. Был шөғөлдө балаларына ла һеңдерҙе – шахмат уй-фекерләү ҡеүәһен үҫтерә. Тимуры, мәктәпте тамамлағас, МДУ-ға уҡырға барырға теләүен белдерҙе. Мәскәү хәтле Мәскәүгә уҡырға инеүе лә, уҡыуы ла еңел түгеллеген яҡшы аңлаһа ла, бар ҙа тимәне улына, барма тип тә ҡаршы төшмәне. Егет егет булырға тейеш. Ул үҙе лә бит, БДУ-ның иҡтисад факультетына уҡырға ингәс, вуз уҡытыусылары республика өсөн кәрәк тип, Дондағы Ростов университетына уҡырға барырға тәҡдим иткәстәре, атай-әсәй ризалығын һорап тормайынса, үҙенсә хәл иткәйне. Уңды Илдар уҡыуынан. Үҙе ҡарар иткәс, улы ла үкенмәҫ. Ана бит, уҡыу барышында ҡайһы бер ауырлыҡтар сығып тора, әммә Илдар Мәскәүгә барып, балаһы өсөн йүгереп йөрөмәй: ир булғас, ир булһын! Шөкөр, малай бер ҙә һынатмай.
Атаһы, һалдат булып тыумайҙар, ә булып китәләр, тип әйтә торғайны йыш ҡына. Хаҡ һүҙҙәр. Университетты тамамлау менән һин әле яҡшы иҡтисадсы булып китә алмайһың – тормош тәжрибәһе әҙерәк. Уҡыта-уҡыта үҙең дә күп нәмәгә саҡ төшөнәһең. Өфө дәүләт авиация институтында уҡытыу, бер үк ваҡытта Мәскәү финанс институты аспирантураһында уҡып, кандидатлыҡ дисссертацияһын яҡлау, Эске эштәр министрлығының юғары уҡыу йортонда байтаҡ йылдар эшләп, майор дәрәжәһенә күтәрелеү, аҙаҡ республиканың Аҡ йортонда эшләү – быларҙың береһе лә уның төплө иҡтисадсы булып китеүенә, аҡты ҡаранан айыра белеүенә, әле БДУ-ла студенттар менән уртаҡ тел табып, ихтирам яулап, рәхәтләнеп эшләп йөрөүенә булышлыҡ итмәй ҡалмағандыр. Тик (башҡалар ҡарамағына) тағы ла бер сәйер яғы бар Илдарҙың: ауылдан уҡырға килгән тырыш балаларға ярҙам итергә тырышып тора, тик бына ялҡауҙарҙы, ялағайҙарҙы йәне һөймәй. Шул ялҡаулыҡты төбө-тамырынан ҡороторға ине лә, тик... ысынбарлыҡ шуға ҡалғас, яңғыҙ ҡарға ҡарҡылдап, яҙ килтерә аламы ни?!
Атаһының да гел генә етешһеҙлектәр менән көрәшеүе күҙ алдында. Белә, бөгөн бындай көрәшкә урын юҡ. Хәҙер кеше бөтә нәмәгә лә, шул уҡ етешһеҙлектәргә лә күнгән, сөнки Дон Кихотлыҡтан фәтүә юҡлығын аңлаған. Бына шуныһы иң ҡыйыны ла инде – урындағылар өсөн нәҡ ошо битарафлыҡ, күндәмлек ҡулай. Илдар ҙа хәҙер иғтибар-көсөн икенсе юҫыҡҡа борҙо: кроссвордтар менән мөкиббән китеп шөғөлләнә. Гәзит-журнал уҡыусылар телендә ул хәҙер кроссвордсы, ә киң мәғлүмәт сараларының етдийерәк өлкәһендә етешһеҙлектәр менән көрәш алып барған публицист булараҡ танылды. Телевидение, радио тапшырыуҙарына ла йыш саҡыралар, сөнки ул студияларҙың талғын ғына аҡҡан тормошо-булмышына аҙыраҡ ҡуҙ өҫтәп ебәрә. Әйткәндәй, телевизор ҡараусылар яратып өлгөргән «Алтын тирмә» тапшырыуының «аталарының» береһе лә ул. «Бәйләнеш» социаль селтәрендә үҙ сәхифәһендә бер килке афоризмдары менән «ата» башлағас, китап сығар, тип тәҡдим иткәйнем. Киләсәктә уныһын да күрербеҙ әле, алла бирһә.
Геройымдың баяғы ситен яҡтарының тағы ла береһе – докторлыҡ диссертацияһын яҡлауҙы кәрәк тип тапмауы. Мөмкинлеге лә, ваҡыты ла бар, әммә уны был аҙымға күндерермен тимә. «Беҙҙең арала ялған докторҙар, ғалимдар бик күп булып китте, улар араһында бысранып йөрөгөм килмәй. Үҙемдән күберәк, тәрәнерәк белгән иҡтисад докторҙары осраманы әле. Төрлө исем һоранып йөрөгән кешеләргә хайран ҡалам. Был кәсептәрен уларҙың ҡараш тарлығы менән аңлатам. Төрлө награда, исем алғансы, Илдар Ғәбитов тигән исем булдырыу өҫтөнөрәк тип иҫәпләйем. Ысын ғалим үҙе өйрәнгән фәнде ябай халыҡҡа аңлатып бирә алырға тейеш тигән фекерҙәмен. Әгәр фән докторының быға хәленән килмәй икән, ул ғалим түгел. Шунлыҡтан үҙемде доктор булмаһам да, ғалиммын тип иҫәпләйем. Ҡаҙаныштарым етәрлек: «Йәшлек», «Башҡортостан», «Киске Өфө» гәзиттәренең, «Аманат», «Шоңҡар» журналдарының йыл лауреаты. Тағы ла бындай кеше бар микән? Был исемдәр төрлө атҡаҙанған, лауреат һәм башҡаларҙан өҫтөнөрәктер ҙә», – ти ул, көлөмһөрәп.
Илдарҙың тормошондағы тағы ла бер ҙур ҡаҙанышы – матур ғаилә төҙөүе. Ҡатыны, Нуриман районынан Дилара Самат ҡыҙы, белеме буйынса филолог, Рәми Ғарипов исемендәге республика башҡорт гимназия-интернатында тәрбиәсе булып эшләй. Улдары Тимур студент тормошо менән йәшәй, ҡыҙҙары Тансулпан быйыл мәктәпте тамамлай, бәләкәйҙәре Бәхтийәр өсөнсө синыфта уҡып йөрөй. «Аллаға шөкөр, бөтә балаларыбыҙ ҙа тәртипле, аҡыллы булып үҫәләр, эштән баш тартмайҙар, йөҙөбөҙгә ҡыҙыллыҡ килтергәндәре юҡ, беҙҙе ҡыуандырып үҫәләр», – тип һөйөнөсө менән уртаҡлаша дуҫым. Ул, ғөмүмән, ҡатыны менән төҙөгән ғаиләһен иң ҙур ҡаҙанышы тип иҫәпләй.
Үҙе машина йөрөтөргә яратмаһа ла, ҡатыны йөрөткән машинаға ултырып, республика буйлап сәйәхәт итергә ярата ул. Бигерәк тә ауылдағы туғандарына бесән эшләшергә һәм башҡа эшендә ярҙам итеүҙе хуп күрә. Машина йөрөтмәүенең дә үҙ ғилләһе: руль артында ултырғандар юлда, һәр боролошта, тығындарҙа, арттан килгән, алдан барған машиналарҙан һаҡланыр өсөн күпме нервыһын ашай, ә Илдар автобуста барғанда, тығындарҙа, туҡталыштарҙа үҙ уй-ниәттәрендә, хыялдарында тыныс ҡына йөҙә, бәлки, кем белә, кроссворд та төҙөйҙөр, мәҡәлә тураһында уйлайҙыр. Пенсияға сыҡҡас, ауыл ерендә йәшәргә уйы бар, шунлыҡтан Нуриман районында йорт төҙөп ята. Быларҙың барыһы ла ауыл балаһының, күпме генә ҡалала йәшәүенә ҡарамаҫтан, барыбер үҙ ерлегенә – шаян ел уйнаған яланға, иркенлеккә тартылыуы тураһында һөйләй. Ә Илдар Ғәбитов, ниндәй генә ҡаҙаныштарға өлгәшеп, ниндәй генә дәрәжәләр яулаһа ла, барыбер ябай ауыл егете булып ҡалды. Шул яғы менән күркәм минең дуҫым.
Илһөйәр Байрамова
Читайте нас: