+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
27 Октябрь 2020, 17:27

Уны ҡайһы бер райондарҙа манса тип тә йөрөтәләр

Уны бал ҡорто үҙенең балаһына ашата. Һоро төҫтәге ошо әсе әйбер булмаһа, эшсе ҡорттар бала тәрбиәләмәй, хатта үҫеп килгән ҡарышлауыҡтарын умартанан сығарып ташлай.

Һитә — сәскә һеркәһе, ул бал ҡорттары тарафынан йыйыла, кәрәҙ күҙәнәктәренә тәҫләп һалына, бал менән һылана, барлыҡҡа килгән һөт кислоталары менән консервалана. Бал ҡорттары өсөн аҡһымлы-углеводлы аҙыҡ. Һитәне ҡайһы бер райондарҙа манса тип тә йөрөтәләр. Ул — ашҡаҙанда еңел үҙләштерелеүсән бик ҡатмарлы һәм туҡлыҡлы аҙыҡ. Һитә һеркәнән айырмалы стерилләнгән була, шуның өсөн дә бал ҡорттарының организмында тиҙ үҙләштерелә. Туҡлыҡлылығы һеркәгә ҡарағанда 3 тапҡырға, башҡа һеркәне алмаштырыусы матдәләргә ҡарата 9 тапҡырға юғарыраҡ. Һәм ул көслө антибиотик булараҡ һеркәгә ҡарағанда 3 тапҡырға та көслө. Йыл әйләнәһенә һәр бал ҡорто ғаиләһе 25 килограмм һитә тотона. Уның күп өлөшөн улар бала тәрбиәләгәндә ашай. Әгәр ояла һитә, болонда һеркә биреүсе сәскәләр булмаһа, эшсе ҡорттар бала тәрбиәләмәй, хатта үҫеп килгән ҡарышлауыҡтарын умартанан сығарып ташлай. Башҡортостан шарттарында был хәл ҡайһы бер ҡоро йылдарҙа күҙәтелә. Миләүшә ҠЫҘРАСОВА әҙерләне
Читайте нас: