+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
26 Октябрь 2020, 15:00

ОЖМАХ МЕНӘН ТАМУҠ ҠАПҠАЛАРЫ

Бер аҡһаҡал янына, кәңәш һорап, яугир килә.– Әйт әле, тормош юлында нисек аҙашмаҫҡа, нисек итеп элекке гонаһтарҙан арынырға? Ожмах һәм тамуҡ ҡапҡаларының нисек асылғанын аңлатып бир миңә, уҙаман, – ти ул.

Бер аҡһаҡал янына, кәңәш һорап, яугир килә.– Мин инде йәш кеше түгел, үҙ ғүмеремдә бик күп һуғыштарҙа ҡатнаштым, шуға ла әжәлдең һис көтмәгән мәлдә килеүе ихтималлығын беләм. Әйт әле, тормош юлында нисек аҙашмаҫҡа, нисек итеп элекке гонаһтарҙан арынырға? Ожмах һәм тамуҡ ҡапҡаларының нисек асылғанын аңлатып бир миңә, уҙаман, – ти ул. Аҡһаҡал, яугиргә күҙ һирпеп ала ла, көлөргә тотона:– Үҙеңде ил арыҫланы тип һанайһыңмы? Бәлки, ҡурҡаҡ ҡуянһыңдыр?.. Был һүҙҙәр кәңәш һораусыны сығырынан сығара. Ул, ҡылысын ҡынынан һурып алып, мыҫҡыл итеүсе ҡартҡа һелтәнеп ҡуя. Тегеһе иһә бер ҙә ҡурҡмай, тыныс ҡына тауыш менән:– Тамуҡ ҡапҡалары бына ошолай асыла инде, – ти.Яугир, хаталанғанын аңлағас, ҡылысын ергә ташлап, аҡһаҡал алдында ғәфү үтенә башлай:– Кисер инде мине! Аллаһ менән ант итәм: тәкәбберлегемдән арынасаҡмын.– Ә ожмах ҡапҡалары бына шулай асыла, – тип йылмая ҡарт.
ИМАНЫ НЫҠТЫҢ - МИЛЛӘТЕ НЫҠ
Читайте нас: