+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
24 Октябрь 2020, 11:00

Өфө ҡалаһында ла иҫәпкә һәйкәл асылды

Был әйбергә кемдер табына, кемдер ләғнәт уҡый, кемдер уны күп булһа ине, ти, кемдер “эй, ул булмаһа ла йәшәргә була”, ти, әммә эстән генә “барыбер унһыҙ йәшәүе ҡыйын”,ти. Аҡса етмәй. Был мәңгелек һорау Теңкәләргә тейә көн һайын. Әгәр етһә, уның исеме лә Аҡса булмаҫ ине, моғайын. (Мәүлит Ямалетдин) Аҡсаға тиклем тауарҙы тауарға алмаштырыу таралған булған тип һанала. Төрлө төбәктәрҙә аҡса сифатында төрлө тауарҙар ҡулланғандар:

Океания утрауҙарында һәм Американың ҡайһы бер ҡәбиләләрендә ҡабырсаҡтар һәм ынйы файҙаланылған Яңы Зеландияла— уртаһы тишек таштар күпселек илдәрҙә — мал, тире , Рустә быларҙан тыш — тоҙ киҫәктәре, һуңғараҡ — төрлө металл киҫәктәре ҡуллана башлағандар. Башҡорттарҙа аҡса ролен мал, ҡиммәтле йәнлек тиреһе (тин һүҙе тейендән килеп сыҡҡан; мал шул уҡ муллыҡ, байлыҡ, мөлкәт мәғәнәһен бирә) үтәгән. Аҡса тураһында халыҡ һүҙе: Аҡса барҙа бары ла дуҫ. Аҡса бөткәс, аҡыл керә. Аҡса кешене кешегә ят итә. Аҡсаның күҙе юҡ. Аҡсаң бөттө – ҡәҙерең бөттө. Аҡсаңды юғалтһаң да, аҡылыңды юғалтма. Аҡса иҫәп-хисап ярата. Өфө ҡалаһында ла иҫәпкә һәйкәл асылды Арт-объект Башҡортостан статистика идаралығы бинаһы янында асылды. Тантана Бөтә донъя статистика көнөнә арналды. Иҫке өҫтәл, ҡара һәм ҡаурый – мемориал иҫәп-хисап хеҙмәтендә эшләгәндәргә хәтер һәм хөрмәт билдәһе. Иҫәптең төймәләрен шылдырып була. Тантанала билдәләнеүенсә, Өфөлә губерна иҫәп комитеты илдә тәүгеләрҙән булып формалашҡан һәм уның тарихы бай. Өлкә белгестәре алдында 2021 йылға күсерелгән Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу бурысы тора.
Миләүшә ҠЫҘРАСОВА әҙерләне
Читайте нас: