-13 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
24 Октябрь 2020, 13:38

Бында доғалар тиҙерәк ҡабул була тип һанайҙар

Ауыл осонда, бәләкәй генә ҡалҡыулыҡта, ағастар араһында бер ҡәбер бар. Ҡәбер тәрбиәләнгән, ҡоймаһы буялған. Ауыл халҡы һөйләүенсә, бында ауылды ҡурсалаусы Әүлиә бабай ята.

Иглин районы Тәкәй ауылы осонда, бәләкәй генә ҡалҡыулыҡта, ағастар араһында бер ҡәбер бар. Ҡәбер тәрбиәләнгән, ҡоймаһы буялған. Ауыл халҡы һөйләүенсә, бында ауылды ҡурсалаусы Әүлиә бабай ята. Әгәр ҙә берәйһе ауырып китһә йәки эштәр рәтләнмәһә, тәкәйлелер Аллаһы тәғәләнән ярҙам һорап ҡәбер янына килә, бында доғалар тиҙерәк ҡабул була тип һанайҙар. Риүәйәт буйынса, бынан 500 йылдар элек, Мәккәгә хажға барғанда ауылда бер ҡарт туҡтала. Ауыл халҡы уға ҡуныҡсыллыҡ күрһәтә. Хаждан ҡайтҡан ваҡытта ҡарт тағы ла был ауылда туҡтала һәм ауылды ҡурсалап торасаҡмын тип һөйләй. Үҙен ошо ҡалҡыулыҡта ерләүҙәрен һорай. Төнө буйы хаж ҡылыуы тураһында һөйләй. Иртән йоҡларға ята һәм үлә. Ауыл халҡы ҡартты ҡалҡыулыҡта ерләй. Шул замандан бирле төрлө риүәйәттәр һаҡланған. Шуларҙың береһе. Граждандар һуғышы ваҡытында ҙур ҡыйынлыҡтар менән ауылды ҡыҙылдар алған. Ауыл халҡына үс итеп, һәр йорттан берәр ир кешене алып китеп, иртән атырға ҡарар итәләр. Теҙеп ҡуйып беренсе мәртәбә атҡан ваҡытта ҡоралдары “осечка” бирә. Икенсе мәртәбә ҡороп атырға әҙерләнгәндә, бер кеше килеп сығып атмаҫҡа тип приказ бирә. Һуңыраҡ бер хөкөм ителеүсенең әсәһе ҡәбергә барып ҡотҡарыуын һораным тип һөйләгән. Ҡәбергә барыуҙың ҡағиҙәләре бар. Шауламаҫҡа, сүпләмәҫкә, иң мөһиме оҙаҡ тормаҫҡа.
Миләүшә ҠЫҘРАСОВА әҙерләне
Читайте нас в