- Вәсилә апай, һеҙ нисек спортсы булып киттегеҙ. Оҡсым ғына, тәбәнәк кенә буйығыҙға ҡарап, һеҙҙе тәү күргән кеше бер ҙә марафонсы тип уйламаҫ?- Дүртенсе синыфты гел “5”-легә генә тамамлап, Өфөлә 1-се һанлы интернат-мәктәптә уҡый башланым. Беҙҙең мәктәпкә физкультура уҡытыусыһы Кәримов Рәүф Ғәзиз улы килде. Өфөләге спорт һарайының яңы ғына асылған сағы. Ул мине шул һарайҙа эшләй башлаған спорт клубына йөрөүсе балалар араһына индергән булған икән. Бейеү түңәрәге менән спорт клубында шөғөлләнеү ваҡыты тура килгәнлектән, икеһенең береһен һайларға тура килде. Мин бейеү түңәрәген һайланым. Рәүф Ғәзиз улы ” Һин спорт менән шөғөлләнергә тейешһең, һинән чемпионка сығасаҡ”,- тип, әрләп тә, өгөтләп тә ҡараны, бейергә яратыуым еңеп, спортты икенсе планға күсереп торҙом. Мәктәпте тамамлағас, Күмертау педагогия училищеһына уҡырға индем. Ул ваҡытта был училищела физкультура уҡытыусылары ғына әҙерләйҙәр ине. Урта махсус белем биреү уҡыу йорттары араһында үткәрелгән ярыштарҙа ҡатнашып, бик күп призлы урындар яулай торған инем. 800 метрға, 1500 метрға йүгереп Башҡортостан чемпионы булдым. Ульяновск ҡалаһында беренсе урын алып ҡайттым.Училищены тамамлағас, мәктәптә оҙаҡ эшләргә тура килмәне. Кросстарҙа бергә һынауҙар үтеп, бер үк тренер күрһәтмәләре аҫтында шөғөлләнеп, әллә күпме саҡрымдарҙы бергә йүгереп үткән Вилюр исемле аҡыллы, тырыш егеткә кейәүгә сыҡтым. Ул Өфө нефть институтын тамамлап, юллама алыуға, ҡыҙыбыҙ тыуҙы. Өсәүләшеп, өс кенә йылға тип, сит яҡтарға – Себер тарафтарына юлландыҡ. Ә тормош үҙенекен итте – Алыҫ Себерҙә өс бала тәрбиәләп үҫтереп, хаҡлы ялға сыҡҡансы йәшәргә тура килде.- Ә спортты балалар үҫтергән саҡта ситкәрәк ҡуйып торҙоғоҙмо?- Ситтә йөрөгәндә лә ярыштарҙа әүҙем ҡатнашып торһаҡ та, хаҡлы ялға сығып, тыуған яҡтарға әйләнеп ҡайтҡас, иптәшем спорт менән яңынан ныҡлап шөғөлләнә башланы. 21 саҡрым –ярыммарофонда, 42 саҡрым тулы марафонда даими ҡатнашып торғас, мин ашарына әҙерләп, дистанцияла һыу эсереп, рухи көс-дәрт биреп эргәһендә йөрөйөм. Йәш саҡта бергә йүгергән таныштар ҙа осрап тора. Улар мине дәртләндереп тә, сәмләндереп тә ебәрҙеләр, һәм мин дә ҡабат йүгерә башланым. Әлегә иң оҙон дистанция -21 саҡрымды йүгереп үтәм. Ярыштарҙа бергәләп йүгерә-йүгерә Башҡортостан, Татарстанды ғына түгел, бөтә донъяны урап сығып киләбеҙ инде. Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларын ғына түгел, Финляндия, Эстония, Италия, Төркиә, Белорусия урамдарын марафонда йүгереп кенә уҙып киттек.