+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
21 Октябрь 2020, 20:00

СӘЙӘХӘТ (Хикәйә) Борис ХӘЙРЕТДИНОВ

Эйе, был донъяла әле беҙ аңлап та етмәгән ғәжәп хәлдәр күп әле. Бына, мәҫәлән, ҡайһы бер кешеләр аҡса талап ителмәгән ерҙәргә сәйәхәт ҡылалар. Мин летаргик йоҡо үткәргәндәрҙе, йәғни мәрткә китеүселәрҙе һәм үлеп бөтөп, кире был яҡты донъяға ҡайтҡан кешеләр тураһында иҫкә төшөрөп ултырам. Летаргик йоҡо ваҡытында кеше үлмәй, ә йоҡлай ғына, әгәр ҙә уны туҡландырмаһаң – эш һәләк, аслыҡтан китеп бара. Бындай “йоҡо” аҙналар, айҙар, хатта бер-нисә тиҫтә йылдар һуҙылыуы мөкин. Летаргик йоҡосоларҙың йәне яҡында ғына сәйәхәт итә, хужаһынан бөтөнләйгә айырылмай һәм ташлап та китмәй.

Сәйәхәттең нимә икәнен һәр кем белә. Берәүҙәр яңы ерҙәр күреп ҡайтыр өсөн сәйәхәт итһә, икенселәр ял итеп алыу йәки дауаланыу маҡсатында был эш менән булыша. Өсөнсө сәйәхәт ҡылыусылар асыштар яһар өсөн, әлегә билдәһеҙ булған халыҡтарҙы, ерҙәрҙе асыу өсөн сәйәхәткә сығырға ынтылып тора, тырыша, шунан йәм таба. Быларҙың ҡайһы берҙәре “хобби” (яратҡан эш, эшмәкәрлек), тип аталған һүҙ менән аңлатыла.
Советтар заманында курортҡа барып ял итергә, санаторийҙа дауауаланырға, Көнбайыш Европа йәки Азия, Кавказ илдәре буйынса туристик юллама (путевка) алып һәр совет кешеһе йөрөп килә ала ине. Хәҙерге ваҡытта билдәле һәм ҡиммәтле маршруттар буйынса турист булып тик текә байып киткәндәр генә барып ҡайта ала. Ундай урындарҙа йоҡлап сығыу урынына тәүлегенә түләү, беҙҙең аҡса менән иҫәпләгәндә, 12 меңдән 20 мең һум тирәһе тәшкил итә. Миллион һум аҡсаң булмаһа, ундай урынға тығылыуҙан файҙа юҡ, сөнки ресторандарҙа бер тапҡыр яҡшы итеп ашап-эсеп, ял итеп сығыу өсөн йөҙәр меңләп аҡса сығып китә. Икенсе яғы ла бар: Рәсәйҙә йәшәгәндәрҙең ҡайһы берҙәре кеүек эсеп-иҫереп, тауыш ҡуптарып, маймылланып йөрөгәндәргә штрафтар шулай уҡ йөҙәр меңдәрҙән тора. Хәҙерге көндә яңы байыған нувориштар Африка эргәһендә булған Канара утрауҙарын, Францияның тау-саңғы трассаһы булған Куршавель тигән урынды беренсе нәүбәттә һайлайҙар. Мәҫәлән, ошо Куршавелдә иң осһоҙ бер плитка шоколад 250-500 һум торһа, бал ҡушып бешерелгән бер икмәк 700 һум тора икән. Аҡсалы кешеләрҙе тағы Плимутта (Бөйөк Британия), Төнъяҡ Македонияла, Кариб утрауҙарында, Коста-Рикала һәм тағы йөҙләгән урындарҙа түҙемһеҙлек менән көтәләр.
Бай булмаған, урта хәлле беҙҙең халыҡ Төркиәгә, Ғәрәп илдәренә, Һиндостанға, Бирмаға ынтыла. Бигерәк тә Таиландты яраталар, сөнки йөҙ мең тирәһе аҡсаң булһа, бында бөтә булған экзотиканы күреп, төрлө бөжәктәрҙе, йыландарҙы, хатта эт-бесәй иттәренән ауыҙ итеп, ҙур ҡәнәғәтлек һәм ҡыуаныс менән ҡайтып китергә була. Үҙ иле буйынса ғына сәйәхәт ҡылыусылар бар. Башҡортостан был яҡтан бик уңайлы йәмһүриәт, күптәр үҙебеҙҙең ил буйынса сәйәхәт итәләр, рухи байлыҡ, йөрәк дауаһы алалар. Ошо исемлеккә Һиндостан йогаһы Прахлад Джанины керетер инем. Ул һәр саҡ үҙ иле буйынса йәйәүләп юлда йөрөй, кешеләрҙе дауалай. Тыуғандан алып ашағыһы-эскеһе килмәһә лә, 14 йәшенә тиклем ата-әсәһенең көсләп ашатыуына буйһона, ә артабан 76 йыл буйына бер ҡабым икмәкһеҙ, бер йотом һыуһыҙ йәшәй, 90 йәшендә был донъянан үҙ теләге менән китә, йәғни үҙенә-үҙе “үлергә!”, тигән әмер бирә. Йога әйтеүенсә, ул һауанан һыу алып, ҡояш нурынан аҙыҡ алып йәшәргә өйрәнгән һәм йәшәгән.
Эйе, был донъяла әле беҙ аңлап та етмәгән ғәжәп хәлдәр күп әле. Бына, мәҫәлән, ҡайһы бер кешеләр аҡса талап ителмәгән ерҙәргә сәйәхәт ҡылалар. Мин летаргик йоҡо үткәргәндәрҙе, йәғни мәрткә китеүселәрҙе һәм үлеп бөтөп, кире был яҡты донъяға ҡайтҡан кешеләр тураһында иҫкә төшөрөп ултырам. Летаргик йоҡо ваҡытында кеше үлмәй, ә йоҡлай ғына, әгәр ҙә уны туҡландырмаһаң – эш һәләк, аслыҡтан китеп бара. Бындай “йоҡо” аҙналар, айҙар, хатта бер-нисә тиҫтә йылдар һуҙылыуы мөкин. Летаргик йоҡосоларҙың йәне яҡында ғына сәйәхәт итә, хужаһынан бөтөнләйгә айырылмай һәм ташлап та китмәй.
1954 йылдың йәйендә Надежда Лебедина ире менән ныҡ ҡына талашып китә, кискеһен өйрәнгән ваҡытында йоҡларға ята һәм... уянмай. Уны Днепропетровск психиатрик клиникаһына һалалар. Табиптар әйтеүенсә, тыштан ҡарағанда бер ниндәй үҙгәреш һиҙелмәй, тик тән йылылығы аҫҡа төшкән була, йөрәк һуғыуы ике тапҡырға тиклем кәмеп һуға. Дауаханала уны “зонд” ысулы менән туҡландыралар. Пациент был клиникала дүрт йыл дауамында йоҡлай. Надеждаға иғтибар кәмеүен күреп йөрөгән әсәһе уны өйгә алып ҡайтып тәрбиәләүҙе дауам итә. Шул арала Надяның ире үлеп китә. Надяны тәрбиәләгән әсә кеше ныҡ ҡартайып киткәс, уға шул уҡ ауылда йәшәгән икенсе ҡыҙы Валя ярҙамға килә. Ваҡыты-ваҡыты менән Надя ҡулдарын, аяҡтарын ҡыбырҙатып ала, башын бора. Әсәләре үлгән көндө Надя иҫенә килә, йәшле күҙҙәрен асып ҡарап ята һәм Валянан: “Әсәй бөгөн үлдеме ни?”, - тип һорай. Артабан уның әйткәндәре аңлашылмай. Баҡһаң, оҙаҡ йоҡлап ятҡан кешенең ҡайһы берҙәре бөтәһен дә ишетеп ята, тауыштарҙы айыра, эргәләге кешеләрҙең һөйләшкәндәрен аңлап ята икән. Шулай итеп, 34 йәшендә йоҡлап киткән Надежда Лебедина 20 йыл үткәс кенә, 1974 йылда уяна ала. Ул үҙен кисә генә йоҡлап киткән һымаҡ тоя, егерме йыл тыныс ятыуына ышанмай. 54 йәшлек Надяның тәне, бите йәш көйөнсә ҡалған була, ләкин бик тиҙ арала тән ҡартайып, йәшәлгән йылдарға тапҡырлана: битендә һырҙар, башынд сал сәс барлыҡҡа килә. Уға яңынан атларға өйрәнергә тура килә. Кире уянҡандан һуң, ул тағы 20 йыл йәшәп был донъя менән хушлаша.
Иғтибар итһәгеҙ, мәрткә китеү күп кенә әкиәттәрҙә әйтелә, тарих төпкөлән ук ундай хәлде белгәндәр һәм шуға күрә үлгәндәрҙе өс көн буйына күммәй тороу фарыз эш булып һаналған. Был ваҡытта йән, йәғни тән энергияһы кәүҙәне ташлап китмәй, сәйәхәте яҡын тирәлә генә була, тәндән йәнде айыра торған көс үҙ эшен башҡара алмай. Ваҡыты-ваҡыты менән ҡайһы бер тормош эпизодтары, эргәлә йөрөгән кешеләрҙең һөйләшеүҙәре иҫтә ҡала, бөтөнләй ҡалмауы ла мөмкин.
Статистика буйынса, эмоциональ булған ҡатын-ҡыҙҙар ниндәйҙер киҫкен сәбәп арҡаһында мәрткә йышыраҡ китә икән. Норвегияла йәшәгән Августина Леггард бала тапҡан саҡта йоҡоға тала һәм 22 йылдан һуң уяна. Ул эргәһендә йөрөгән инде ҙурайып бөткән ҡыҙынан сабыйын килтерергә ҡуша, оҙаҡ ҡына ваҡыт йоҡлап ятыуына, ҡыҙҙың ҙурайып бөтөп, уны тәрбиәләп йөрөүенә бөтөнләйгә ышанмай...
Өс йәшлек американка Грета Старгл юлдағы авария арҡаһында мәрткә китә һәм 17 йыл йоҡлағандан һуң уяна. Үҙенең ҙурайып бөткән тәненә аптырап ҡарай, һораша. Бындай миҫалдарҙы күпләп килтерергә була.
Ә ҡайһы бер кешеләрҙең теге донъяла булып, кире ҡайтҡандары мәғлүм. Әлбиттә, башҡа һыймаҫлыҡ ғәжәп хәл был. Ике донъя уртаһын кемдер тоннель аша, кемдер ҙур түңәрәктән торған торба аша үтә икән. Тегендә саҡта әллә ҡасан ер йөҙөн ташлап киткән туған-тумасаһы, ата-әсәһе менән һин дә мин һөйләшеп-гәпләшеп йөрөй икән! Йәғни ул үҙенсәлекле сәйәхәт ҡыла. Ләкин кире ҡайтыусылар бик һирәк, бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Бындай осраҡты клиник үлем, тип аталғаны күптәргә билдәле. Клиник үлемде реинкарнация менән бутарға ярамай, сөнки һуңғы осраҡта йән кешенең үҙенә кире ҡайтмай, ә башҡа йән эйәләренә барып урынлаша, тип яҙалар. Клиник үлем ваҡытында йөрәк эшләүҙән туҡтай, кислород етмәү арҡаһында мейе эшмәкәрлеге һүнә, ләкин аң ғына эшләүен дауам итә икән. Шул арҡала күп ваҡытта бындай үлемде кисергән кешеләр үҙҙәренең үлеп ятҡан тәнен өҫтән күҙәтеп, кемдең нимә эшләгәнен күреүе ныҡ ғәжәпкә ҡалдыра.
Миңә лә уйламағанда шундай хәлгә ҡалырға тура килде.
Йәй. Август башы. Пенсияға сығырға ярты йыл ҡалған. Күптәнән бирле юғары баҫым ыҙалата. Саҡ ҡына ауырлыҡ төшһә, физик эш эшләһәң күтәрелә лә китә. Шуға күрә дарыуланырға йәки укол ҡаҙатырға кәрәк булып тора. Был юлы, йылы йәй көнөндә, өшөү һаман үтмәгәс, ҡатынға мунса яғырға ҡуштым. Баҡсалағы мунса алыҫ түгел, шулай ҙа туҡтап-туҡтап ял итә-итә барып еттем, эҫе итеп яғылған мунса ләүкәһендә ултырып ҡыҙындым – файҙаһы булманы, тән бөтөнләй йылынманы. Сыҡтым, ҡул-аяҡ таштай ҡата башлағандай тойолдо, мунса эргәһендәге урындыҡҡа көс-хәл менән барып ултырҙым. Шул арала көн ҡапыл болотланды, ҡояш тиҙ генә ҡайҙалыр инеп юғалды, ел сыҡты.
Ҡатыным хәл-әхүәлде ҡат-ҡат һорашып эргәлә йүгереп йөрөй. Хәлдең хөртәйгәнен һиҙһәм дә нишләптер: “Һәйбәт, нормально”, тип яуап бирҙем, үҙем нисектер ғүмерҙең һуңғы минуттары еткәнен алтынсы һиҙеү органы аша аңланым, шикелле, һәм шулай ҙа ҡатындың кәйефен төшөрмәҫ өсөн:
- Бар! Һин ҡайта тор! Мин бер аҙ ултырып ял иткәс, ҡайтырмын, - тип әйттем. Үҙемсә иркендә ҡалып, тыныс шарттарҙа китергә уйлағайным. Ләкин булманы, ул мине ҡултыҡлап алып һөйрәкләп ҡайтыу юлынан алып китте. Өйгә тиклем ара бер саҡрым тирәһе, ун минут тирәһендә етә торған аралыҡтың, беҙ икәүләшеп, ҡултыҡлашып алып, егерме метрҙайын үттек. Шул саҡ минең бөтөнләй хәл бөттө, атларлыҡ та мөмкинлек ҡалманы, тел көрмәлде, ҡатты. “Бөттөм, ахырыһы”, - тип уйлап өлгөрҙөм мин һәм ҡолап киткәнем генә иҫемдә тороп ҡалған...
Баҡса алдындағы майҙансыҡтан, ятҡан урынымдан күтәрелеп остом. Аҫта минең кәүҙәм ятҡаны һәм уның күкрәгенә ятып, миңә яһалма тын алдырырға тырышҡан ҡатынымды күрәм, Хатта уның илаған тауышы ла миңә ишетелеп тора. Ә тирә-яҡ элеккесә: йәшел-һарғылт төҫтәрҙән торған шул уҡ баҡса, эргәһенән генә бәләкәй шишмә ағып ята. Ә күк йөҙө шундай яҡты, ялтыр, ҡояш күренмәй, ләкин уның нуры арҡаға төшөп, бар булмышты йылытып торғандай. Еңелсә генә иҫкән ел мине көнсығышҡа, Ирәндек тауҙары яғына ыңғайлатып алып китте, хатта ҡанат ҡағыу ҙа кәрәкмәй – бөтә хәрәкәт еңел башҡарыла. Тауҙар аша осоп барам, артабан Сибай, арыраҡ Урал йылғаһы күҙгә күренде.
Шундай аңлата алмаҫлыҡ тынлыҡ һәм рәхәтлек, тик ҡатындың: “Кире ҡайт! Тор! Нишләйһең ул? –тип әйткән һүҙҙәре ҡолаҡ төбөндә ишетелеп тик тора. Ниҙер күңелде яфалағандай. Нишләп мин үҙемдекеләрҙән ҡасып китеп ултырам әле? Юҡ, улай булырға тейеш түгел! Кире боролоп оса башланым, ел ҡаршы, шуға күрә осоу бик ҡыйын, хәл бөткәндәй булды. Шулай ҙа тырыша торғас, үҙем ҡолап ятҡан майҙансыҡҡа килеп сыҡтым. Бик бейектән үҙемде үҙем күҙәтәм, бер ни ҙә үҙгәрмәгән, бөтәһе лә үҙ урынында. Миңә баяғыса ҡатын ҡапланған. Эске тауыш: ”Ҡайт! Үҙеңә ҡайт! – тип ҡабатлап тик тора. Шул уҡ һүҙҙәр ҡатынымдан сығып торғанын аңым аңлап тора. Шуға күрә ҡатыным ҡосаҡлап ултырған үҙемдең кәүҙәм тапҡырына осоп барып еттем, ҡанаттарымды йыйҙым һәм ҙур тиҙлек менән аҫҡа ҡарай елдем. “Жыу-жыу” тигән көслө тауыш пәйҙә булды, ҡолаҡтарҙы ярып барғандай. Эҫе ел бөтә тәнемде өтөп алып бара. Ҙур тиҙлектә үҙемдең кәүҙәмә үҙем төкөнөм, бөтә булмыш ҡаты һуғылыуҙан ауыртты... Мин иҫемә килдем, күҙҙәремде астым һәм:
- Нишләп мине һаман һуҡҡылайһың? Тәнем ауырта бит! – тип ҡатынға үпкә белдерҙем. Ул:
- Уй Алла! Кире ҡайтты! Ярай әле кире ҡайтты! – тип илауын яңы көс менән дауам итте...
Уның әйтеүенсә, йөрәк ун минут тирәһе туҡтап торған булған. Әгәр ул ярҙам итмәһә – мин был юлдарҙы яҙып ултыра алмаҫ инем, әлбиттә. Уға – мең рәхмәт.
Шулай итеп, мин теге яҡта сәйәхәттә булып, кире әйләнеп ҡайтып, артабан да башҡалар ыңғайына һәүетемсә генә йәшәп ятам әле... Икенсе сәйәхәт ҡасан булыры әлегә билдәһеҙ.
Аллаға шөкөр!
#БорисХәйретдинов@hikayabash - авторҙың башҡа хикәйәләрен ошо хештегҡа баҫып эҙләгеҙ
Читайте нас: