+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
16 Октябрь 2020, 16:00

Рәзилә ЫРЫҪҠУЖИНА Л о т е р е я (шаярыу. була торған хәл)

Сәмләнергә тиһәң, Фәһимде ҡуш! Иртән иртүк, эшкә йыйынған мәлдә, лотереяға берәү аҡса отҡан, тип радионан һөйләгәндәрен ишетеп ҡалды ла, тындары ҡыҫылып, күҙҙәре аларҙы. Эшкә барыу ҡайғыһы китте.— Мин дә отасаҡмын! Минең отош уныҡынан ике, өс, юҡ, ун тапҡырға күберәк буласаҡ!Уны шунда уҡ ҡатыны Маһира ла тота һалып алды:

— О-о-о, уның сама аҡсағамы!.. Иң тәүҙә машинаны яңыртырбыҙ, йәме! Бынау аҙым һайын боҙолған һөйрәлеүсеңде берәйһенә бүләк итербеҙ. Фатирҙы ла киңәйтербеҙ. Юҡ, быныһын малайға ҡалдырып, үҙебеҙгә проспекттан өс бүлмәлеһен һатып алырбыҙ. Шунан, миңә теге ваҡытта ҡараған күлдәкте алырға кәрәк. Әй, юҡ, тағы ла ҡыйбатлырағын табырмын. Тә-ә-әк, итек, кәпәс, тигәндәй, әсәйемдең бәлтәһе иҫкерҙе. Уға яңыһын алырбыҙ…— Нишләп һинең әсәйеңде бер мин кейендерергә тейеш? Уның тағы өс кейәүе бар. Үҙе пенсия ала. Теге бәлтәһен дә мин әпирҙем бит әле…— Кем бында күп аҡса оторға йыйына, һинме, әллә әсәйемдең өс кейәүеме? Әйҙә, һаранланма! Бәлтә, тигәс, бәлтә! Мин бит уға яңы өй кәрәк тимәйем! Ә вапшы…Нишләһен, Фәһим, ҡатын менән талашыуҙан бер ни сыҡмаясағын иҫенә төшөрөп, тынып ҡалды. Ә Маһира, үрле-ҡырлы йөрөп, кейем шкафын туҙҙыра башланы.— Тә-ә-әк, был кофтаны Нурияға биргәндә лә була, әйҙә, эшкә кейергә китеп бара. Яңыһын алырбыҙ. Колготкиларым тишелгән, был халатым моданан сыҡты, юбкалар кәмегән икән. Ҡара әле, бынау шарфты күрәһеңме? Ҡасандан ята ул? Исмаһам, бер тағылһасы! Кит, иҫке әйбер еҫе һеңгән, Нурияға биреп, үҙемә яңыһын алырбыҙ. Иномаркалы булһаҡ, был мутон тунды кейеп йөрөмәм инде, кеше көлдөрөп, шәшкеһе кәрәк. Быныһын Нурияға илтербеҙ… Шкаф һуң, шкаф, күрәһеңме, ноҡ заманғы бит. Хәҙер бындайҙарҙы музейға ла алмаҫтар. Уф, кеше күрмәҫ борон сүплеккә ырғытырға кәрәк. Анау телевизор ҙа иҫкелек ҡомартҡыһы. Хәҙер бит бөтә стенаны ҡаплап торғандарҙы һаталар. Ой, ундағы каналдарҙы-ы-ы-ы, һанап бөтөрлөк түгел! Быныһын ауылға, Нурияға илтербеҙ. Бер ыңғайы кейемдәрҙе лә…— Нишләп бөтә нәмәләрҙе бушлай Нурияға бирә ти, үҙеңә алмашҡа кейергә ҡалдыр. Улайһа, минең кейемдәрҙе лә ҡара. Һинең кеүек байбисә янында меҫкен булып йөрөмәҫмен дә инде!— Һиңә кейемде гел үҙем алғанмын, бөтәһе лә бынамын тигән! Яңы машина өҫтөнә яңы кейем булмай инде ул! Вис аҡсаны үҙенә генә ебәрмәксе, ҡайһылай аҡыллы берәү! Гаспадин әфәнде! Халастуйһыңмы әллә?— Аҡсаны вообще-то мин отам, әҙ генә үҙемде ҡотларға хаҡым бар! Миллионер башым менән эшкә иҫке кейемдәр менән йөрөр тиһеңме? Бөтә кеше миңә генә ҡарап торғанда!? Иң тәүҙә лакированный ялтырап торған түфлей, ап-аҡ күлдәк, фрак, галстук алып ебәргәндә лә бир ней түгел. Мин бында шәләй-бәләй йүгереп йөрөгән малаймы әллә!?Шулай туҙына-һуҙына был икәү фатирҙағы иҫке әйберҙәрҙе бер мөйөшкә өйҙө. Һәм, ғөмүмән, ғәҙәттәге мәшәҡәттәр онотолоп, остарын осҡа бәйләп көн итеүсе ябай эшселәр ғаиләһе бөтөнләйе менән яңыса йәшәй башланы. Һәр хәлдә, үҙҙәренә шулай тойолдо. Маһира өҫтөнә ялтырауыҡлы оҙон халатын кейеп, башына таҫтамал урап, ирененә ҡыҙыл буяй һалып, телефондан әхирәттәренә шылтыратырға тотондо. Ә Фәһиме, эш кейемдәрен ишек төбөнә ырғытып, ҡәҙергә кейгән берҙән-бер күлдәген эләктереп, етди ҡиәфәттә урыны ла йыйыштырылмаған алама диванға ауҙы ла, тартмала күптән ташлау көтөп ятҡан журналдарҙы сығарып, машиналар ҡараштырған кешегә әйләнде. Ситтән күҙәтһәң, хәс тә сереп байығандар тормошо, тиерһең. Әммә лотерея һатып алыу хәстәрлеге бер кемдең дә башына инеп сыҡманы…(кәртинкә интернет киңлектәренән алынды)
Читайте нас: